3 сентябрҙә Дәүләкән районы Мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡаты фойеһында үҙенсәлекле фотокүргәҙмә асылды. Һәм был арттырыу түгел.
Беҙҙең райондың Калиновка ауылында урынлашҡан СССР-ҙың космонавт-һынаусыһы У.Н. Солтанов исемендәге Рәсәйҙәге берҙән-бер халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе үҙенең төп профилле эшмәкәрлегенән тыш, райондың мәҙәни тормошона сағыу һыҙаттар индереп, йыш ҡына тематик күргәҙмәләр үткәрә. «Экспромт» инструменталь ансамбле башҡарыуындағы классик музыка тауышы буласаҡ сараға етди төҫ бирҙе. Күргәҙмәне асыуға ҡала мәктәптәренән уҡыусылар, педагогтар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, интеллегенция, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре йыйылды. Был һис шикһеҙ, беҙҙең ҡала өсөн ҙур ваҡиға булды.
Күргәҙмәне Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте, «Маяҡ» производство берләшмәһе, Рус географик йәмғиәте һәм СССР-ҙың космонавт-һынаусыһы У.Н. Солтанов исемендәге халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе ойошторҙо.
Өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, академик, физик-ядерщик, донъя күләмендә танылған И.В. Курчатовтың шәхси архивынан алынған фотоһүрәттәр күргәҙмәнең айырым ғорурлығы булып тора. Уның был өлөшө оҙаҡ йылдар Игорь Васильевич Курчатов етәкселек иткән «Маяҡ» производство берләшмәһе урынлашҡан Силәбе өлкәһенең Озерск ҡалаһынан килгән. Күргәҙмәнең икенсе өлөшөндә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең фоторәссамдар союзы ағзаһы Фаил Ҡорбан улы Абсатаров тарафынан эшләнгән аэрокосмос мәктәбенең сағыу мәлдәрен күрергә мөмкин.
3 сентябрь – илебеҙ тарихында иң ҡайғылы һәм иҫтәлекле дата - Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө. Ул 2004 йылдың беренсе сентябрь көндәрендә Беслан ҡалаһында үткән фажиғәле ваҡиғаларға арналған. Был датаның фажиғәле әһәмиәтен иҫәпкә алып, күргәҙмәне ойоштороусылар террористик акт ваҡытында һәләк булыусыларҙы бер минут тын тороп иҫкә алды.
Артабан күргәҙмәлә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар тәҡдим ителгән үҙенсәлекле фотоһүрәттәрҙе ҡараны. Фотокүргәҙмә уҡыусылар өсөн яңы уҡыу йылы ҡыҙыҡлы итеп башлап ебәрергә булышлыҡ итте һәм ҡаланың мәҙәниәт тормошонда сағыу ваҡиға булды.