+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Сентябрь 2019, 12:53

«Халыҡ почет таҡтаһы»

Хөрмәтле уҡыусылар! Район гәзите редакцияһы «Халыҡ почет таҡтаһы» тигән яңы рубрика аса.

Хөрмәтле уҡыусылар! Район гәзите редакцияһы «Халыҡ почет таҡтаһы» тигән яңы рубрика аса.
Был рубрика аҫтында беҙ ҡалала һәм районда йәшәүселәрҙең фотоһүрәттәрен баҫасаҡбыҙ һәм бер үк ваҡытта уларҙың тормошонда ниндәй ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булған, ниндәй уңыштарға өлгәшеүҙәре тураһында һөйләйәсәкбеҙ.
Беҙҙең Почет таҡтаһына эләгеү өсөн ҙур ҡаҙаныштарға ирешеү мотлаҡ түгел, ни бары үҙеңдең баҡсаңда мул уңыш үҫтерергә, йәиһә тәмле бәлештәр бешерә белергә, ағастан һырлап төрлө әйберҙәр яһарға маһир булыу ҙа етә. Беҙ һеҙгә тәҡдим иткән бөгөнгө фотола педагогик хеҙмәт ветераны Нәжибә Шамил ҡыҙы Кәлимуллинаны күрәһегеҙ. Ул баҡсаһында сәскәләр үҫтерергә ярата.
«Ирем менән бергәләп ихатабыҙҙы гөл-баҡсаға әйләндерҙек», - ти Хотимля ауылында йәшәүсе Нәжибә Шамил ҡыҙы Кәлимуллина.
Читайте нас: