+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь 2019, 18:13

Бөгөн ниндәй байрам билдәләнеүе һеҙҙе ҡыҙыҡһындырамы?

Йыл һайын 19 сентябрҙә ғәҙәти булмаған байрам – күңелсәк электрон символ «Смайлик»тың тыуған көнө билдәләнә

Йыл һайын 19 сентябрҙә ғәҙәти булмаған байрам – күңелсәк электрон символ «Смайлик»тың тыуған көнө билдәләнә.
1982 йылдың 19 сентябрендә Карнеги-Меллона университеты профессоры Скотт Фалман тәүге тапҡыр текста «йылмайыусы йөҙ»ҙө сағылдырған, компьютер аша йыйып булған бер-бер артлы барыусы өс символды - ике нөктә, дефис һәм ябыусы йәйәне файҙаланырға тәҡдим итә. Был электрон лексиконды етди тулыландыра.
Урындағы электрон иғландар таҡтаһына Фалман ебәргән был хат тарихта бөгөн дә һаҡланған.
Читайте нас: