Айыухан ауылында йәшәүсе 68 йәшлек Әғзәм Мирғәз улы Хәйруллин күңеле менән һаман да йәш.
Ул ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, байрамдар үткәреүҙә, дөйөм территорияны төҙөкләндереүҙә ихлас ярҙам итә.
Бер көнөн дә спорт менән шөғөлләнмәйенсә үткәрмәй: көнөнә ике тапҡыр велосипедта йөрөй, бильярд һәм шахмат уйнай.