+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Сентябрь 2019, 17:22

Ырымбурҙа «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыуға 130 йыл (1889)

Мәҙрәсә – мосолмандың белем алыу урыны, мәсеттең бер бүлмәһендә булған йәки уның янында айырым бина биләгән.

Мәҙрәсә – мосолмандың белем алыу урыны, мәсеттең бер бүлмәһендә булған йәки уның янында айырым бина биләгән.
Совет заманында, мәҙрәсәләр иҫкелек ҡалдығы, унда йүнле белем бирелмәгән, тигән ҡараш нығынһа ла, «Хөсәйениә»лә, күп кенә башҡа алдынғы мәҙрәсәләрҙә лә шәкерттәргә төплө дини һәм донъяуи белем бирелгән.
11 йыллыҡ баҫҡысты тамамлаусылар урта мәктәптәрҙә уҡытыу хоҡуғы ала.
Р. Фәхретдинов, С. Рәмиев, З. Айыуханов, А. Дәүләтшин, Ғ. Еникеев, З. Ҡадири кеүек мәшһүр мөғәллимдәр, мәғрифәтселәрҙең эшмәкәрлеге мәҙрәсәгә бәйле. Ғ. Амантай, С. Агиш, Ә. Каспранский, Ғ. Ғүмәр, М. Йәлил, Х. Ибраһимов, В. Мортазин-Иманский, А. Таһиров, М. Фәйзи һ.б. күренекле шәхестәр тап ошо мәҙрәсәлә белем ала.
Читайте нас: