15 ноябргә тиклем дүрт һыу менән тәьмин итеү объектын проектлауҙы тамамлау планлаштырыла. Улар араһында - Әлшәй районы Раевка ауылы, Саҡмағош ауылы һәм эшселәр ҡасабаһы Шишмәлә һыу таҙартыу системалары, шулай уҡ Келәш һыу ятҡылығын, Иглин ауылының көньяҡ өлөшөн сифатлы һыу менән тәьмин итеү өсөн һыу биреү селтәрҙәре һәм ҡоролмаларын реконструкциялау.