+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2019, 12:41

Бөгөн - күптәнге дуҫтар менән осрашыу көнө

Дуҫ – ҡайғыңды, шатлығыңды уртаҡлашыусы ғына түгел, бер-береңде һүҙһеҙ аңлау ҙа ул.

Һуңғы араларҙа дуҫлыҡ төшөнсәһе юйылды, уның элекке баһаһы төштө. Быға бер ни тиклем социаль селтәрҙәр булышлыҡ итә.
Дуҫ – ҡайғыңды, шатлығыңды уртаҡлашыусы ғына түгел, бер-береңде һүҙһеҙ аңлау ҙа ул.
Яҙмыш дуҫтарҙы төрлө ҡалаларға, илдәргә, континенттарға тарата, ә элекке ваҡыттар тураһында күңелдә һағыш ҡала. Шуғалыр ҙа Күптәнге дуҫтарҙың осрашыу көнө булдырылған. Ул йыл һайын 26 сентябрҙә билдәләнә.
Дуҫлыҡтың ҡыҙыҡлы факттары бар:
Дуҫтар менән аралашыу сәләмәтлеккә файҙалы. Организм көсөргәнешлектән, хәүефләнеү тойғоһонан арына.
Яҡын дуҫы булмаған кеше 90 процентҡа депрессияға, йоҡоһоҙлоҡҡа һәм хроник ауырыуҙарға дусар була.
Социаль селтәрҙәр менән файҙаланыусылар интернетта дуҫлыҡ юҡ тиҙәр.
Өлкән кешеләр туғандарына ҡарағанда дуҫтары менән йышыраҡ осрашһа оҙағыраҡ йәшәй.
Читайте нас: