+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2019, 11:10

Иркенерәк тын аласаҡбыҙ

Рәсәй Президенты В.В. Путин инициативаһы буйынса ҡабул ителгән “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға 45,1 млрд һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Рәсәй Президенты В.В. Путин инициативаһы буйынса ҡабул ителгән “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға 45,1 млрд һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Ул күләмле проект. 2024 йылға Рәсәйҙә законһыҙ сүплектәр бөтөрөлөргә һәм сүп-сарҙы эшкәртеүгә һәләтле заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш.
Быйыл Өфө (11 сүплек), Нефтекама (5) ҡалалары сиктәрендә Башҡортостанда 16 сүп түгеү урыны бөтөрөләсәк. 2024 йылға Стәрлетамаҡ районында “Михайловская” сәнәғәт ҡалдыҡтарын түгеү урыны, Семеновка алтын йыуыу фабрикаһы территорияһындағы сүплек, элекке “Уфахимпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте майҙансығындағы ҡалдыҡтарҙы өйөү урыны юҡ ителәсәк.
Дыуан, Дүртөйлө, Яңауыл, Благовар райондарында яңы комплекстар төҙөләсәк.
Башҡортостан тәүге тапҡыр һыуҙың сифатын яҡшыртыуға аҡса аласаҡ, эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын реконструкциялауға һәм модернизациялауға 4,2 млрд һум бүленә.
2024 йылға тиклем урмандарҙы тергеҙеүгә, шул иҫәптән урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн махсус техника алыуға 2 млдр һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.
Читайте нас: