+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2019, 11:51

Ямғыр ҙа ҡамасауламаны

Бөтә донъя таҙалыҡ көнө сиктәрендә сүп-сар йыйыу буйынса тәүге ирекмәндәр акцияһы беҙҙең ҡалала үткән йыл булды.

Бөтә донъя таҙалыҡ көнө сиктәрендә сүп-сар йыйыу буйынса тәүге ирекмәндәр акцияһы беҙҙең ҡалала үткән йыл булды. Ул ваҡытта «Ҡояшлы» паркы, ҡала пляжы, Мораҙым йылғаһы ярҙары, башҡа дөйөм территориялар тәртипкә килтерелде, йәш ағастар ултыртылды.
Акцияға предприятиелар коллективтары, ауыл халҡы ҡушылды. Һөҙөмтәлә санкцияланмаған урындарҙағы сүп-сар ҡалдыҡтары юҡ ителде, ҙур күләмдә территориялар таҙартылды, йөҙҙәрсә кубометр сүп-сар полигонға сығарылды. Быйыл да йола дауам итте. Төп объект - «Асылыкүл» кафеһынан алып, «Йәм» кафеһына тиклемге территория ине. Ҡала ойошмалары һәм предприятиелары вәкилдәре урман һыҙатын һәм ҡала исеме яҙылған стеланың тирә-яғын һәм уға яҡын территорияны ҡороған үлән, ағас ботаҡтарынан таҙартты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һибәләп яуған ямғыр тулы көскә эшләргә мөмкинлек бирмәне, шулай ҙа акцияның маҡсаты – тәбиғәт объекттарында таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу тормошҡа ашырылды. Юл ситтәре һәм йәшел үҫентеләр матурланып ҡалды, ә дәүләкәндәр изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе.
Был акцияның тағы бер мөһим яғы – тәрбиә. Нигеҙҙә урмандарыбыҙ, йылға, быуа ярҙары кешеләр тарафынан, улар үҙҙәрен намыҫһыҙ тотҡанлыҡтан, үҙ арттарынан сүп-сар ҡалдырыуҙарынан зыян күрә. Коллектив менән үткәрелгән өмә дөйөм йортобоҙҙа тәртипте үҙебеҙгә һаҡларға, балаларыбыҙҙа туған тәбиғәткә ҡарата ихтирам, һөйөү уятырға кәрәклеген аңлата. Буш шешә йәки кәрәкмәгән ҡапты автомобиль тәҙрәһенән ырғытырға түгел, ә яҡындағы сүп һауытына илтеп ташлау, ял иткәндән һуң үҙ артыңдан ҡалдыҡтарҙы йыйыштырыу, йәш ағасты һындырыусы йә иһә парктағы эскәмйәне ватыусыны туҡтатыу – битараф булмаған мәҙәниәтле кешенең яуаплы ҡарашы ул.
Бөтәбеҙ ҙә төҙөк, матурлығы, тәртибе менән һоҡландырған ҡалала йәшәргә, саф һауа һуларға, таҙа тәбиғәттә ял итергә теләйбеҙ. Шуның өсөн һәр кем үҙ-үҙенә: «Тыуған ҡаламды таҙалыҡта, тәртиптә тотоу өсөн мин нимә эшләнем?»- тигән һорау бирергә тейеш. Һәм бындай экология акциялары гражданлыҡ позицияһын күрһәтеүҙең һәм тирә-яғыбыҙҙы таҙа, күркәм тотоуҙың тағы ла бер алымы булып тора.
Читайте нас: