+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2019, 17:37

Эргәлә яҡшы ярҙамсы булғанда

Педагогик хеҙмәт ветераны Нина Павловна Плотникова (һүрәттә уңда) бөтә ғүмерен Дәүләкән ҡалаһына һәм уның кешеләренә арнаған, был күпте күргән ҡатындың фекере буйынса кешеләргә ярҙам итеү уның булмышы.

Педагогик хеҙмәт ветераны Нина Павловна Плотникова (һүрәттә уңда) бөтә ғүмерен Дәүләкән ҡалаһына һәм уның кешеләренә арнаған, был күпте күргән ҡатындың фекере буйынса кешеләргә ярҙам итеү уның булмышы. Хәҙер туғыҙынсы тиҫтә йәшендә ул «Изге эш» Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең намыҫлы хеҙмәткәре Гөлназ Каррам ҡыҙы Ситдиҡованың (һүрәттә) ярҙамын ихлас ҡабул итә.
Социаль хеҙмәттәр алыусы менән социаль хеҙмәткәр араһында мөнәсәбәттәр һәйбәт ҡоролған.Гөлназ Ситдиҡованың Нина Павловнаға тәүге тапҡыр килеүендә үк улар бер-береһе менән яҙмыш осраштырыуына икеһе лә ҡыуана. Өлкән ҡатындың сәләмәтлеге ҡаҡшай башлай – хужалыҡ буйынса ярҙамсы кәрәк була. Улдары Сергей һәм Вячеслав әсәләренә йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған. Әммә Башҡортостандан алыҫ йәшәгәнлектән көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге юҡ. Бының менән социаль хеҙмәткәр шөғөлләнә. Үҙәк йыл һайын Оло йәштәге кешеләр көнөнә ҡарата «Шәфҡәтлелек» акцияһы үткәрә. Социаль хеҙмәттәр алыусыларҙың йорттарында түләүһеҙ ярҙам күрһәтелә. Гөлназ Каррам ҡыҙы бүләк сифатында Нина Павловнаның йортонда тәҙрәләрен йыуҙы, бер үк ваҡытта пенсионерҙың яратҡан әхирәттәре, шөғөлдәре, иртәгәһе көнгә төҙөгән пландары тураһында һөйләгәнен тыңлап, ыңғай тәьҫораттар алды.
Был йортта хужалыҡ буйынса ярҙам иткәндә Гөлназ Каррам ҡыҙы ысын күңелдән ял итә. Бында бөтә ерҙә матурлыҡ: уңайлы, тәртип, бүлмәләр сәскәләр менән тулған, стенала гитара һәм Крамскиҙың «Незнакомка» картинаһы эленгән. Йорт хужабикәһенең биргән кәңәштәре ғүмерҙең теләһә ниндәй осоронда ла тормоштоң һоҡланғыс булыуын иҫкә төшөрә. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Нина Павловна китаптар уҡырға, бәйләргә, сигергә ярата, район китапханаһындағы «Көмөш сылбыр» клубына ихлас йөрөй, унда ҡатын-ҡыҙҙар менән аралашҡандан һуң, улар тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә лә әҙер, моңло, ихлас, матур итеп йырларға ярата.
Әммә социаль хеҙмәткәрҙең эше һәр ваҡыт ыңғай тәьҫораттарҙан ғына тормай. Ул бик ҡатмарлы һәм күп төрлө. 2019 йылдың 1 октябренә торош буйынса, Үҙәктең 24 хеҙмәткәре тарафынан ҡала һәм районда 576 кеше хеҙмәтләндерелгән. Уларҙың бурысына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, ашарға әҙерләү, өй йыйыштырыу, өлкән йәштәгеләрҙе медицина учреждениеһында оҙатып йөрөү, ятып ауырыусыларҙы тәрбиәләү, ашатыу һәм бөтә санитария-гигиена процедуралары инергә мөмкин.Социаль хеҙмәткәрҙең тулы графигында сағыу тәьҫораттарға урын аҙ.
Әммә был Гөлназ Ситдиҡованы ҡурҡытмай. Өлкән йәштәгеләр менән эшләп, ул:
- Эшем миңә оҡшай. Үҙемдең ҡараусыларыма һауа кеүек кәрәк икәнлегемде беләм. Улар миңә, минең тәрбиәмә, хәстәрлегемә, яҡшы һүҙемә мохтаж. Һин ярҙамсыһы ла, донъя менән бәйләүсе лә, иң яҡын кешеһе лә булған өлкән кешенән ихлас рәхмәт һүҙҙәре ишетеү бөтә нимәнән дә ҡиммәтерәк. Хәҙерге йәшәйештең юғары тиҙлектә алға барыуы һәм заманса технологиялар заманында был айырыуса ҡиммәт, - тип билдәләй.
Көн һайын өлкән йәштәге кешеләр менән аралашып, социаль хеҙмәткәрҙәр уларҙан аҡыл, тормош тәжрибәһе йыя, һәр атҡан таңға, күк йөҙөнөң тыныс булыуына ҡыуанырға өйрәнә.
«Изге эш» Халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры Лариса Иванова шәхсән үҙе һәм бөтә хеҙмәткәрҙәр исеменән Дәүләкән ҡалаһы һәм районында йәшәүсе өлкән йәштәгеләргә сәләмәтлек, туғандары һәм яҡындарының хәстәрлек һәм иғтибар күрһәтеүен, именлек һәм күңелдәренең һәр ваҡыт йәш булып ҡалыуын теләй.
Читайте нас: