+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2019, 13:05

Халыҡ-ара тәржемәселәр көнө

Халыҡ-ара тәржемәселәр көнө бөгөн 30 сентябрҙә билдәләнә.

Халыҡ-ара тәржемәселәр көнө бөгөн 30 сентябрҙә билдәләнә. Уны лингвист-тәржемәселәр: сит тел педагогтары, әҙәбиәт, техника, фәнни әҙәбиәтте һәм кинофильмдарҙы тәржемәләүселәр, гәзит-журналдарҙа эшләүселәр байрам итә.
Тәржемә ярҙамында төрлө милләт вәкилдәре башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте, фольклоры менән яҡындан таныша ала. Урта быуат классиктарының бөтөн донъяға билдәле булған әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгән.
Бөгөнгө көн үҙ эшенең оҫталары - ошо һөнәр эйәләренә арналған.
Йола буйынса байрам һәр йыл Тәржемәселәрҙең халыҡ-ара федерацияһы етәкселегендә яңы девиз аҫтында үтә. Был көндө тематик матбуғат конференциялары, тренингтар, семинарҙар үткәреү ҡаралған.
Читайте нас: