-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2019, 17:33

Лина әбейгә – 85 йәш

Ауыл хужалығы ветераны Адолина Юлиусовна Штрейх 1934 йылдың 9 сентябрендә Абрамполь (хәҙерге Сергиополь) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Ауыл хужалығы ветераны Адолина Юлиусовна Штрейх 1934 йылдың 9 сентябрендә Абрамполь (хәҙерге Сергиополь) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Улар ғаиләлә ете бала була – биш ҡыҙ һәм ике малай.
Адолина икенсе ҡыҙ булып донъяға килә. Ғаилә башлығы бөтә эштәрҙе лә яҡшы белгән алтын ҡуллы кеше булараҡ тирә-яҡта дан ҡаҙана. Балта эштәрендә күрше-тирәләренә ярҙам итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хеҙмәт армияһына алына. Шуға Адолинаға ул ваҡыттағы күп тиҫтерҙәре кеүек үк, туғыҙ йәшенән хеҙмәт юлын башларға тура килә. Тәүҙә бригадала төрлө эштәрҙә йөрөй, 14 йәше тулғас һауынсы булып китә. Һаулығы насарайыу сәбәпле, бригадала төрлө эштәргә тотона: баҫыуҙарҙа ҡый үләндәре утай, сөгөлдөр үҫтерә, малсылыҡ биналарын ремонтлай, ырҙын табағында бойҙай елгәрә. Уның ауыл хужалығында эш стажы – 42 йыл.
28 йәшендә Лина Березовка ауылына кейәүгә китә. «Йәш кейәү»ҙең ҡулында алты балаһы (иң бәләкәйенә ни бары ярты йәш) һәм ике ҡарт әбей ҙә була. Изге күңелле, уңған кәләште был йортта ошондай «бай бирнә» менән ҡаршылайҙар. Оҙаҡламай үҙенең ике балаһы – улы һәм ҡыҙы тыуа. Ҙур ғаиләнең тормошо аҡрынлап яйға һалына. Ворошиловка ауылында йорт һалып сығалар. Тик ул йортто бәлә урап уҙмай – ғаилә башлығы вафат була. Ул йылдарға инде ярты быуат ғүмер үткән. Адолина Юлиусовна яңғыҙ булыуына ҡарамай, ҙур ғаиләне һаҡлап ҡала, балаларын аяҡҡа баҫтыра, бер ниндәй ауырлыҡтарға ла бирешмәй, бөтә тормош һынауҙарын еңеп сыға.
Бөгөнгө көндә әбейҙең 20 ейәне (береһе әле өйләнмәгән) һәм 38 бүләһе бар. Уларҙың иң бәләкәйе Николайға оҙаҡламай бер йәш тула. Ейәндәре һәм бүләләре Дәүләкән ҡалаһында, Ҡаҙағстанда, Германияла йәшәй. Ейәндәре һәм бүләләренә өләсәләре күңел йылылығын йәлләмәй, иҫтәлекле байрамдарға бүләктәр һәм күстәнәстәр әҙерләп тора.
1991 йылда ҡыҙы Тамара Гуковна Ҡаҙағстандан Березовка ауылына күсеп ҡайта, күршеһендә әсәһенә лә йорт һатып ала. Бына инде 14 йыл ошонда ейәнсәре, бүләсәре һәм бүләһе менән бергә йәшәй, ҙур баҡса үҫтерәләр., Ауылдаштары ҙур ихтирам менән үҙебеҙҙең Лина әбейебеҙ тип йөрөткән Адолина Юлиусовна, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бар эштәрҙә лә әүҙем ҡатнаша.
Читайте нас: