+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2019, 17:50

Намыҫ кешеһе

Антонина Ивановна Денисенко Поляковка ауылының хөрмәтле педагогик ветерандарының береһе

Антонина Ивановна Денисенко Поляковка ауылының хөрмәтле педагогик ветерандарының береһе
Уның бөтә тормошо тыуған ауылына бәйле. 1941 йылда аталары Иван Исаакович фронтҡа киткәс, ауыр йылдар башлана.
Әсәһе – Анастасия Алексеевна дүрт бәләкәй балаһы менән яңғыҙы ҡала. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ул көндө төнгә ялғап эшләй. 1944 йылда дүртенсегә ауыр яраланғандан һуң аталары әйләнеп ҡайта. Ул һарыҡтар ҡарай, малсылыҡ тармағында юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, Мәскәү ҡалаһында Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙың ҡатмарлыҡтарына һәм матди ауырлыҡтарға ҡарамай, ирле-ҡатынлы балалары (ул ваҡытта бишенсе балалары тыуған була) тормошта үҙ маҡсаттарына ирешһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
Антонина мәктәптә яҡшы уҡый. Өлкән кластарҙа уҡытыусы һөнәре тураһында хыяллана башлай.
Ошо теләге уны педагогия институтына алып килә. Уҡып һөнәр алғас, йүнәлтмә буйынса Ауырғазы районы мәктәптәренә китә. Бер нисә йыл эшләгәндән һуң үҙ ауылына ҡайта. 1959 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Поляковка урта мәктәбендә рус, немец телдәрен, әҙәбиәтте уҡыта. 35 йыл уҡытыусы булып эшләү дәүерендә Антонина Ивановна үҙенең уҡыусыларына ныҡлы белем бирә, уларҙа кеше өсөн мөһим булған сифаттар: мәрхәмәтлек, яуаплылыҡ, намыҫ һәм хеҙмәт һөйөүсәнлек тәрбиәләргә тырыша. Уның иң яҡшы уҡыусылары иҫәбендә – Дәүләкән үҙәк дауаханаһы врачы З.А. Мангул, Краснодар крайында уңышлы эшләүсе педагог Л.С. Некрасова, Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры урынбаҫары булып оҙаҡ йылдар эшләүсе генерал-майор А.А. Смирнов һәм ауыл хужалығы белгестәре, прокуратура хеҙмәткәрҙәре, иҡтисадсы һөнәрҙәрен һайлаған башҡа уҡыусылары.
Йола буйынса байрам айҡанлы элекке уҡыусылары уҡытыусыларына йылы хаттар, ҡотлау открыткалары ебәрә. Юбилейы алдынан да почтальон Денисенколар йортона даими килеп тора. Тәрбиәләнеүселәренең иғтибарына Антонина Ивановна бик шатлана. Шулай уҡ балаларының, бигерәк тә Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтендә оҙаҡ йылдар эшләп, үҙ бурыстарын тейешенсә башҡарған ҡыҙы Лариса Федоровнаның уңыштарына ҡыуана.
Мәктәптә эштең күп булыуына ҡарамаҫтан, Антонина Ивановна йәмәғәт эштәренән бер ваҡытта ла баш тартмай - комсомол ойошмаһының беренсе секретары, профком рәйесе, ауыл Советы депутаты, художество үҙешмәкәрлегенең әүҙем ҡатнашыусыһы була.
Намыҫ кешеһе – А.И. Денисенко тураһында мин тап шулай уйлайым. Намыҫ ул – иң тәүҙә ихтирамға, ғорурланырға лайыҡ булған әхлаҡи сифаттар, уға ата-әсәһенән күскән һәм йылдар буйына дауам иткән уның тормош принциптары. Күптәрҙең минең фекеремә ҡушылырына ышанам. Антонина Ивановна, ветерандар ойошмаһы ағзалары исеменән һеҙҙе юбилейығыҙ – 85 йәшегеҙ менән ҡотлайым, күңел көрлөгө, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ менән бергәләп бәхетле, оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем.
Читайте нас: