+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2019, 13:32

Бөгөн – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө 1991 йылдан алып 1 октябрҙә билдәләнә.

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө 1991 йылдан алып 1 октябрҙә билдәләнә.
Уның рәсми булмаған исеме – Изгелек һәм ихтирам көнө.
Ул оло йәштәге кешеләргә иғтибарҙың, уларҙың хеҙмәттәрен таныуҙың, рәхмәт белдереүҙең һәм өлкән быуынға ихтирам күрһәтеүҙең айырым көнө.
Был байрам бөгөн бик мөһим, сөнки ул оло йәштәге кешеләрҙең хәҙерге заман йәмғиәтендәге бихисап проблемаларына иғтибар йәлеп итергә мөмкинлек бирә.
Өлкән кешеләр изге йөрәкле һәм уларҙың яҡшылығына һәр ҡайһыбыҙ сауаплы ғәмәлдәр менән яуап бирергә тейеш. Быны байрамда ғына түгел, ә көн һайын, сәғәт һайын эшләргә кәрәк.
Һеҙгә һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Һәр бер көн һеҙгә бары тик бәхет һәм шатлыҡ ҡына бүләк итһен!
Читайте нас: