+25 °С
Ясно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
1 Октября 2019, 13:38

Совет ултырышы – башҡорт телендә

Хакимиәттең ултырыштар залында Дәүләкән районы муниципаль район Советының сираттағы ултырышы булды.

Хакимиәттең ултырыштар залында Дәүләкән районы муниципаль район Советының сираттағы ултырышы булды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 17 авгусындағы ҡарары менән раҫланған «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» республика дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, ултырыш башҡорт телендә үтте.
Көн тәртибенә түбәндәге мәсьәләләр сығарылды: Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районында юл эшмәкәрлеге, урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдары торошо һәм уларҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хаҡында; Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районында экологик хәл һәм сәнәғәт, коммуналь предприятиелар эшмәкәрлегенең тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо тураһында; Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районының 2019 йылға һәм 2020 һәм 2021 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында; Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте структураһына үҙгәрештәр индереү хаҡында.
Ултырышты Дәүләкән районы муниципаль район Советы рәйесе урынбаҫары Р.М. Заһитова алып барҙы.
Ошо һорауҙар буйынса йыйылыусылар алдында хакимиәт башлығы урынбаҫары - Дәүләкән районы муниципаль районының финанс идаралығы начальнигы З.Н. Ғайсин, хакимиәттең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы урынбаҫары Р.Ғ. Әхтәмов, Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес А.Р. Вәлиуллин, кадрҙар һәм хоҡуҡи тәьмин итеү бүлеге начальнигы З.Ә. Ғөбәйҙуллина сығыш яһаны.
Ҡаралған бөтә һорауҙар буйынса ҡараҙар ҡабул ителде.
Читайте нас