+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2019, 14:57

Башҡорт дәүләт университеты (Өфө уҡытыусылар институты) ойошторолоуға 110 йыл (1909).

1909 йылдың 4 октябрендә Өфө уҡытыусылар институты үҙенең ишектәрен аса, ул Телеграф урамының 9-сы йортонда (хәҙерге Цюрупа урамы, 9) урынлаша.

1909 йылдың 2 июлендә Рәсәй империяһының халыҡ мәғарифы министры Александр Шварц Өфөлә 1909 йылдың 1 июленән өс йыллыҡ уҡытыусылар институты асырға рәхсәт итеү тураһында күрһәтмә бирә.
Директоры итеп Александр Николаевич Лисовский һайлап алына.
1909 йылдың 4 октябрендә Өфө уҡытыусылар институты үҙенең ишектәрен аса, ул Телеграф урамының 9-сы йортонда (хәҙерге Цюрупа урамы, 9) урынлаша.
1912 йылда институттың тәүге сығарылышы була. Уны, тулы уҡыу курсы үтеп, 24 кеше тамамлай. Педагогик совет ҡарары менән уларға ҡала училищеһы уҡытыусыһы исеме бирелә.
1919 йылда Өфө уҡытыусылар институты «Халыҡ мәғариф институты» итеп үҙгәртелә.
1923 йылдан алып инстиут «Практик институт» исемен ала һәм өҫтәмә рәүештә ауыл хужалығы белгестәре лә әҙерләй башлай.
1929 йылда уның базаһында К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола.
1930 йылда ситтән тороп уҡыу бүлеге, тағы ла бер йылдан киске уҡыу бүлеге асыла.
1957 йылда СССР Министрҙар Советының ҡарары менән ул «Башҡорт дәүләт университеты» тип үҙгәртелә.
Читайте нас: