+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2019, 17:19

Һин йылмайһаң донъя яҡтыра

Йылмайыу көнө билдәләнеүе лә юҡҡа түгел. Хатта уға бөтә донъя статусы бирелгән. 1999 йылдан октябрҙең беренсе йомаһында билдәләнә ул.

Йылмайһаң, тормош матурыраҡ күренә, тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Ышанаһығыҙмы? Ышанығыҙ шул. Дөрөҫ тә инде. Һиңә ҡарап йә яратҡан кешең, йә балаң, йә әсәйең йылмайһа, йәшәүҙең мәғәнәһе шул икән, тип тә ҡыуанабыҙ.
Йылмайыу көнө билдәләнеүе лә юҡҡа түгел. Хатта уға бөтә донъя статусы бирелгән. 1999 йылдан октябрҙең беренсе йомаһында билдәләнә ул.
Белгестәр күп фактты асыҡлаған.
Шулай итеп, йылмайыу стрестан ҡотҡара (йылмайғанда эндорфин бүленә);
бәхетлерәк итә;
53 мускулды эшләтә;
тыумыштан бирелә (йәғни бәпес йылмая белеп тыуа);
карьера өсөн уңайлы (йылмайған кеше һөйкөмлөрәк күренә бит).
Йәнә йылмайыуҙың 19 төрө бар.
Йөҙөңдө «йәмшәйтеү»гә ҡарағанда, йылмайыу еңелерәк.
Бер көләмәс тә бар әле.
- Һеҙ минең йылмайғанымды фотоға төшөрмәҫһегеҙме? Был бит бөтөп барған күренеш. Юҡ, улай була күрмәһен инде. Йылмаяйыҡ, йәмәғәт йылмаяйыҡ! Уның өсөн хаҡ һорамайҙар.
Читайте нас: