+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2019, 16:02

Ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Республика көнө уңайынан Дәүләкәндә төрлө байрам саралары уҙғарыу ҡаралған.

Республика көнө уңайынан Дәүләкәндә төрлө байрам саралары уҙғарыу ҡаралған. Ҡала кешеләрен унда ҡатнашырға саҡырабыҙ!
8 октябрҙә Район мәҙәниәт йортонда15.00 сәғәттә «Тарих биттәре» тигән исем аҫтында брейн-ринг була, ә 18.00 сәғәттә дәүләкәндәрҙе Балалар сәнғәт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр көсө менән әҙерләнгән «Йырҙарым һиңә, Республикам!» тип аталған концерт ҡарарға саҡырабыҙ.
9 октябрҙә 10.00 сәғәттә «Самбо-75» балалар - үҫмерҙәр спорт мәктәбендә көрәш буйынса беренселек үткәреләсәк.
10 октябрҙә ҡаланың үҙәк майҙанында 11.00 сәғәттә әҙәби эскәмйә үҙ эшен башлай. Район Мәҙәниәт йортонда 17.00 сәғәттә «Тәүге республика» нәфис фильмы күрһәтелә.
11 октябрҙә байрам саралары ҡаланың үҙәк майҙанында уҙасаҡ. Программала: ауыл хужалығы йәрминкәһе (башлана 10.00 сәғәттә), «Көҙгө мозаика» район байрамы (башлана 11.00 сәғәттә). 19.00 сәғәттә башланған байрам концерты фейерверк менән тамамланасаҡ.
12 октябрҙә физкультура-һауыҡтырыу комплексында 10.00 сәғәттә мини-футбол буйынса республика турниры уҙғарыла. Район Мәҙәниәт йортонда бай байрам программаһы көтөлә: 15.00 сәғәттә йәнһүрәттәр күрһәтелә, 16.00 сәғәттә – кескәйҙәр өсөн «Беҙ - бәләкәй балалар» дискотекаһы, 18.00 сәғәттә – «Бейе, оло быуын!» тигән күңел асыу программаһы, 20.00 сәғәттә – «Яратам һине, Республикам!» исемле йәштәр өсөн дискотека.
Читайте нас: