Уҙған шәмбе Дәүләкән ҡалаһында «Йәшел Башҡортостан» республика экология акцияһы сиктәрендә киң күләмле сара үтте. Унда ҡалабыҙ предприятиелары, ойошмалары вәкилдәре, ирекмәндәр, дөйөм алғанда, биш йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Төньяҡ, Высоковольтный, Карл Маркс урамдарындағы аллеяларҙы ике йөҙгә яҡын ҡайын һәм ҡарағай ағастары тулыландырҙы. Йәш ағастар үҫеп нығынғас пейзажды матурлап ҡына ҡалмаясаҡ, ә тирә-яҡтағы йорттарҙа йәшәүселәрҙе автотрассанан килгән туҙан һәм тауыштан да һаҡлаясаҡ.
Төньяҡ урамындағы ҡайынлыҡ күптән инде «Спорт аллеяһы» исемен алған, сөнки бында ҡыштарын ҡала кешеләре саңғы юлдары һала һәм унда ҡарлы миҙгел дауамында төрлө ярыштар уҙғарыла.
Күңелле музыка, йәйгесә матур, ҡояшлы көн һәм ҡаланы матурлау өсөн башҡарылған дөйөм эш акцияла ҡатнашыусыларҙың күңелен күтәрҙе. Кешеләр бик тырышып эшләне. Йөк машиналары ағас үҫентеләрен килтереп, тейәгес-тракторҙар уларҙы ултыртылаһы урынға илтеп торҙо. Унда инде алтын тәңкәләре менән ҡояш нурҙарында йылтырашҡан нәҙек үҫентеләрҙе йөҙҙәрсә ҡулдар алдан әҙерләнгән соҡорҙарға тейешенсә итеп ултыртты. Улар артынса уҡ һыу һибеүсе машиналар ағастарҙы һыу менән туйындырҙы.
Ҡала кешеләренең бик күптәре үҙҙәре менән балаларын да алып килгән. Улар киләсәк быуын вәкилдәренә йәмәғәт эштәренең мөһимлеген һәм тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәттә булыу кәрәклеген үҙ миҫалдарында күрһәтте. Ғиндулла Ғиниәт улы Рәхмәтуллин саралағы иң өлкән ҡатнашыусыларҙың береһе ине. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ә уға 84 йәш тулған, ветеран ҡалала уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмай һәм «сәләмәт тәндә-сәләмәт рух» булыуын иҫтә тотоп, төрлө спорт ярыштарында ла ҡатнаша. Бына әле лә Ғиндулла олатайҙың Гагарин урамы менән Төньяҡ урамына тиклемге алыҫ араны велосипедта үтеүе бөтәһендә лә һоҡланыу һәм ихтирам уятты.
Бынан тыш дәүләкәндәр менән бергә акцияла Башҡортостан Рспубликаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Юнир Ҡотлоғужин һәм Айгөл Гәрәева ҡатнашты.
- Бындай саралар - бик мөһим,-тине депутаттар.- Улар экологияны һаҡлай, кешеләрҙе берләштерә һәм республикабыҙҙы йылдан-йыл нығыраҡ матурлай, шулай уҡ ҡаланың көндән-көн күркәмләнә барасағына дәүләкәндәрҙә өмөт уята. Улар бер көн ҙур ғорурлыҡ менән: «Мин донъяның иң матур урыны булған Дәүләкән ҡалаһында йәшәйем. Уны күркәмләндереүҙә минең дә өлөшөм бар!»-тип әйтә аласаҡ.