2019 йылда Башҡортостан предприятиелар хеҙмәткәрҙәрен ҡайтанан уҡытыу өсөн 178 млн һум аласаҡ, тип хәбәр итә БР Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Был «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә бүленә.
Проект уртаса һәм эре предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, кадрҙар әҙерләү системаһын формалаштырыуға, хеҙмәт етештереүсәнлегенең үҫешенә ҡамасаулаған норматив-хоҡуҡи һәм административ сикләүҙәрҙе ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итәсәк.