+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2019, 16:06

Районда ветерандар иҫтәлегенә ағастар ултыртылды

Һуңғы йылдарҙа ҡала үҙәгендәге Хәтер һәм дан скверында запастағы хәрби хеҙмәткәрҙәр инициативаһы менән бер нисә хәрби-патриотик һәйкәл ҡуйылды.

Һуңғы йылдарҙа ҡала үҙәгендәге Хәтер һәм дан скверында запастағы хәрби хеҙмәткәрҙәр инициативаһы менән бер нисә хәрби-патриотик һәйкәл ҡуйылды. Шул сәбәпле, Хәтер һәм дан скверы икенсе һулыш алды, һәм ҡаланың иҫтәлекле урынына әүерелде. Был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк.
27 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре Совет урамында, полиция бүлеге ҡаршыһындағы Хәтер һәм дан скверын төҙөкләндереүҙә тәүге аҙым яһаны. Был көндө полиция бүлеге коллективы тарихи иҫтәлекте һәм хәрби данды һаҡлау буйынса изге эште дауам итеп, алдан таҙартылған территорияла дүрт ҡарағай ағасы ултыртты.
Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса полиция бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы Р.К. Тимербаев әйтеүенсә, был акция Рәсәй Федерацияһы полицияһы барлыҡҡа килеүенең 300 йыллығына, Башҡортостан Республикаһы полицияһы барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына, шулай уҡ хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре иҫтәлегенә ҡарата үткәрелә.
Беҙҙең райондан полиция (милиция) хеҙмәткәрҙәре – өлкән лейтенант А.К. Гулевич, старшина Р.Х. Ғарипов, майор Р.Ш. Шәфиғуллин төрлө осорҙа хәрби бурыстарын үтәгәндә үҙ ғүмерҙәрен биргән. Акцияға һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙең береһе Рәис Ғариповтың ҡыҙы һәм ейәне – Э.Р. Мөхәмәҙиева һәм А.Р. Мөхәмәҙиев саҡырылды. Был көндө ултыртылған өс ағасҡа исем бирелде, ә дүртенсеһе, полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының «Еңеү урманы» бөтә Рәсәй хәрби-патриотик проекты сиктәрендә ултыртылғаны, 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә арналды.
Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса полиция бүлеге начальнигы ярҙамсыһы, шәхси состав менән эш буйынса төркөм етәксеһе, эске хеҙмәт подполковнигы С.А. Мырҙагәрәевтың әйтеүенсә, территорияға таш түшәү, һәләк булған хеҙмәткәрҙәргә обелиск урынлаштырыу, ағастар эргәһенә исемдәр яҙылған табличкалар эшләү, эскәмйәләр ҡуйыу һәм дөйөм төҙөкләндереү планлаштырыла. Бөтә был эштәр киләһе йылда Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан тамамланасаҡ һәм территорияның был өлөшө ҡалалағы Хәтер һәм дан скверының лайыҡлы дауамы буласаҡ.
Читайте нас: