Халыҡ-ара ололар көнөндә Ҡаҙырғол ауыл Советы ауыл биләмәһендә өлкән быуын вәкилдәрен тәбрикләнеләр.
Ҡаҙырғол ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы И.М. Ғәлин, «Йәш гвардия»ның Дәүләкәндәге бүлексәһе етәксеһе А.Ш. Хөснөтдинова, Ғаиләне, балаларҙы, йәштәрҙе яҡлау үҙәге белгестәре һәм ирекмәндәр Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов исеменән Дәүләкән ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы, «Өршәк» колхозының элекке етәксеһе, Яңы Йәнбәк ауылында йәшәүсе Р.М. Хужинды йортона барып ҡотланылар.
«Хөрмәтле Рәшит Малик улы! Һеҙ беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм терәгебеҙ. Район тормошонда әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең бай тәжрибәгеҙ, рух көсөгөҙ йәштәргә иң ҙур мираҫ. Белгәндәрегеҙҙе йәштәр менән ихлас уртаҡлашаһығыҙ, ә иң мөһиме – үҙ өлгөгөҙҙә тыуған яҡҡа һөйөү, уның тарихына, кешеләренә хөрмәт уятаһығыҙ. Яҡындарығыҙҙың хәстәрлегенә солғанып ғүмер итегеҙ, балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ, бүләләрегеҙ һәр саҡ ҡыуандырһын. Ныҡлы сәләмәтлек, именлек һеҙгә», - тигән юлдар бар хакимиәт башлығының ҡотлауында.
Кузьминовка ауылынан Василий һәм Вера Тарасовтар, Филипповка ауылынан Петр Петров Оло йәштәге кешеләр көнөнә ҡарата байрам өҫтәле әҙерләгән. Теләк булғанда һәр эште башҡарып сығырға мөмкин. Был ауылдар халҡы бөтә байрамдарҙы бергә йыйылып үткәрә. Оло йәштәгеләр көнө осрашыу өсөн йәнә бер матур сәбәп булды.
Йыйылыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре менән Ҡаҙырғол ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.М. Ғәлин мөрәжәғәт итте, ул өлкән быуын вәкилдәренең йәмғиәтебеҙҙә мөһим роль уйнауын билдәләне.
- Уларҙың бай тормош тәжрибәһе үҫеп килеүсе быуын һәм йәштәр өсөн айырыуса мөһим,- тине сығыш яһаусы.
Өлкәндәргә район хакимиәте башлығы исеменән ҡотлау открыткалары, бүләктәр тапшырылды.
Бер нисә быуынды берләштергән осрашыу күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.