+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2019, 16:10

Янғынды иҫкәртеүсе яйланмалар – һәр йортҡа

Янғын булған күп осраҡтарҙа кешеләр төтөндә тонсоғоп үлә.

Янғын булған күп осраҡтарҙа кешеләр төтөндә тонсоғоп үлә. Был ваҡыттарҙа янғынды иҫкәртеүсе яйланмалар ярҙамға килә, улар бинала төтөн сығыуы тураһында көслө сигнал биреп иҫкәртә.
2019 йылдың 23 сентябрендә Кушнарен районында янғынды иҫкәртеүсе яйланма дүрт иҫерек кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала. Әлеге яйланманың уларҙы ваҡытында иҫкәртеүе был осраҡта ҙур фажиғәгә килтермәй.
Автономлы янғынды иҫкәртеүсе яйланмалар, утты сыға башлауын һиҙеп, уның көсәйеүенән, кешеләр һәләк булыуҙан һәм матди юғалтыуҙарҙан һаҡлай. Һиҙгер элементтар ярҙамында улар аҙ ғына төтөн еҫе сығыу менән көслө тауыш сигналы бирә. Өс йыл эсендә республикала яйланмалар 290 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалды, улар араһынан 126-һы балалар.
2016 йылдан башлап бындай яйланмалар аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм социаль ҡурҡыныс хәлдә ҡалған ғаиләләрҙә республика бюджетынан бүленгән аҡсалар иҫәбенә урынлаштырыла. Был ваҡыт арауығында янғынды иҫкәртеүсе яйланмаларҙы 90 меңдән ашыу ғаилә алған. 2018 йылдан бындай яйланмалар балалары тыуған бөтә ғаиләләргә лә бирелә.
Бынан тыш уларҙы махсус радиоэлектроника һәм хужалыҡ тауарҙары магазиндарында үҙеңә лә алырға була.
Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты халыҡты йорттарында янғынды иҫкәртеүсе яйланмалар ҡуйырға, шулай уҡ мөлкәтен ут сығыуҙан страховкаларға саҡыра.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: