+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2019, 10:55

Урмандарға керһәм...

«Экология» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 2024 йылға урмандарҙың майҙаны 15,2 мең гектарға тиклем артасаҡ.

«Экология» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 2024 йылға урмандарҙың майҙаны 15,2 мең гектарға тиклем артасаҡ.
Был хаҡта БР урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов хәбәр итте. «Экология» милли проектына ярашлы, республикала «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проекты ҡабул ителгән.
Һәр ҡала-ауылда, тораҡ пункттарҙа күпләп үҫентеләр ултыртыла, артабан улар тамыр алып нығынып китһендәр өсөн тәрбиәләп ҡарала. Бер нисә йылдан республика халҡы ултыртҡан ағастар тирә-яҡҡа йәм биреп, еребеҙҙе биҙәп ултырыр.
Читайте нас: