-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2019, 11:31

Бүләктәр – иң тоғро гәзит уҡыусыларға!

5 октябрҙә Дәүләкәндә Халыҡ-ара подписчик көнө уҙҙы

5 октябрҙә Дәүләкәндә Халыҡ-ара подписчик көнө уҙҙы
Үҙәк почта алдындағы майҙансыҡта район кешеләре концерт номерҙары ҡараны, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып бүләктәр отто һәм, әлбиттә, яратҡан «районка»ларына яҙылды. Берәүҙәр гәзитте йорттарында алыуҙы хуп күрһә, икенселәр иһә уны редакциянан килеп алыу мөмкинлеген һайланы. Подписканың был төрө осһоҙораҡ булыуы менән гәзит уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итте.
Йәйгесә ҡояш нурҙары йылмайған йылы октябрь көнөндә «Асылыкүл» - «Балҡантау» гәзитенең иң тоғро уҡыусылары байрам уҙасаҡ майҙансыҡҡа йыйылды. Уларҙың күптәре тиҫтәләрсә йылдар дауамында яратҡан гәзиттәренән айырылмай һәм «районка» редакцияһы ойошторған акцияларҙа бик теләп ҡатнаша. Подписчиктар көнө уларға журналистар менән осрашып аралашыу, һуңғы ваҡыттарҙа гәзиттә булған үҙгәрештәрҙән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыу һәм уның биттәрендә тағы ла нәмәләр күрергә теләүҙәрен еткереү мөмкинлеге бирә. Был сараға йәш быуын вәкилдәренең дә килеүе бигерәк ҡыуаныслы.
Подписчик көнө – йыл һайын уҙғарыла торған традицион байрам. Быйыл ул яңы форматта булды. Тәүге тапҡыр был сара редакция бинаһында түгел, ә асыҡ һауала үтте. Байрамға саҡырылған ҡунаҡтар: почта хеҙмәткәрҙәре, предприятие ветерандары, «Самбо-75» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе вәкилдәре сығыш яһаны. Район Мәҙәниәт йорто артистары концерт номерҙары байрамды тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.
Был көндө үҙәк почта майҙансығында дәүләкәндәр һаҡланып ҡалған иҫке баҫма биттәренән бынан 70 йыл элек гәзиттең ниндәй булыуын ҡарай алды. 1983 һәм 1986 йылдарҙа сыҡҡан һандар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Уларҙы байрамға гәзит уҡыусы ике һөйкөмлө ҡатын алып килгәйне. Баҡтиһәң, ваҡыт үтеүҙән һарғайып бөткән был һандарҙа 30 йылдан ашыу элек улар тураһында мәҡәләләр баҫылғанға, хужалары уларҙы бик ҡәҙерләп һаҡлаған. Ә бит бындай йорт архивтары күп дәүләкәндәрҙә бар.
Подписчиктар сара барышында викторина һорауҙарына яуап бирҙе, йырҙар һәм яратҡан гәзиттәре тураһында таҡмаҡтар йырланы. 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылған иң әүҙем гәзит уҡыусылар редакция әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр һәм сараның партнеры – «Самбо-75» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән бассейнға абонементтар отто. Ундай бәхетлеләр аҙ булманы.
Тәүге ярты йыллыҡҡа яҙылыу квитанцияларын алып килеүселәр араһында гәзит хеҙмәткәрҙәре төп бүләк – миксер уйнатты. Был юлы бәхет беҙҙең даими яҙылыусыбыҙ Рәйфә Солтанғоловаға йылмайҙы.
- «Районка»ны 40 йылға яҡын алдырам. Унда яҙылған барлыҡ материалдарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сығам. Йыл һайын Подписчик көнөндә бик теләп ҡатнашам. Бөгөнгө байрам миңә төп бүләк хужаһы булған өсөн генә түгел, ә күңелле итеп уҙғарылыуы менән айырыуса оҡшаны. Сараны ойоштороусыларҙың барыһына ла кешеләр күңеленә хуш килерлек байрам өсөн ҙур рәхмәт!- тине төп бүләк хужабикәһе.
Ә беҙ 2020 йылға яҙылыу кампанияһы старт алыуы тураһында тағы ла бер тапҡыр гәзит уҡыусыларҙың иҫтәренә төшөрөп үтәбеҙ. Киләһе йылда яратҡан баҫмағыҙ менән бергә ҡалырға һәм район яңылыҡтары тураһында хәбәрҙар булырға теләһәгеҙ, яҡын көндәрҙә почта бүлексәһенә барып «районка»ға яҙылырға ашығығыҙ. Етмәһә, 3 октябрҙән 13 октябргә тиклем 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына льготалы подписканың ун көнлөгө үтә, ә был уларға хаҡтар түбәнерәк була тигән һүҙ.
Читайте нас: