Шәхси эшҡыуар – крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы З.Н. Григорьева 2018 йылда «Ғаилә малсылыҡ фермаһы» төбәк программаһында ҡатнаша һәм хөкүмәт ярҙамы ала. Быйыл ул Ҡамсылытамаҡ һөтсөлөк фермаһының иҫке бер бинаһын үҙгәртеп ҡороу эштәрен башланы.
Анығыраҡ әйткәндә, уны тотош һүтеп, урынына һауын һыйырҙарын аҫрауҙың заманса талаптарына яуап биргән яңы бина төҙөй. Бында малдарға автоматлаштырылған һыу эсереү ҡоролмаһы һәм тиреҫ түгеү транспортеры ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ һөт ебәреү торбалары һәм һыуытҡыстар монтажлау көтөлә.
Бөтә төҙөлөш эштәре ферма эшселәренең хеҙмәт, ял шарттарын һәм малдарҙы аҫрауҙы яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Ҡыйыҡҡа буйҙан-буйға биналарҙы өҫтәмә яҡтыртыу мөмкинлеге биргән үтә күренмәле атлама ҡуйылған. Йылытыу изоляцияһы материалдарын ҡулланыу малдарҙы аҫрауҙың уңайлы шарттарын тәьмин итергә, тейешле температураны тоторнға, ҡышын биналарҙа дымлылыҡты кәметергә булышлыҡ итә. Махсус бүлмәләр булдырыу ферма хеҙмәтсәндәренең көнкүрешен яҡшыртыу буйынса күп һорауҙарҙы хәл итергә мөмкинлек бирә.
Әлеге ваҡытта дөйөм төҙөлөш эштәре тамамланыуға яҡынлаша, артабан ҡоролмалар монтажланасаҡ. Программаға ярашлы, бөтә эштәр 2019 йылда тамамланырға тейеш.
Ә әлегә һауын көтөүен малсылар йәйге лагерҙа хеҙмәтләндерә. Машина менән һауыу операторҙары Любовь Михайлова, апалы-һеңлеле Ольга Иванова һәм Светлана Кузьмина бында көнөнә ике тапҡыр килә. Уларҙың һәр береһенә 50-60-шар һыйыр беркетелгән. Был ҙур булмаған коллективта Ольга Анатольевна Иванова алдынғылыҡты бирмәй. Ул тәжрибәле малсы, тәүлегенә тулайым алғанда 400-500 килограмм һөт һауып ала. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Ольга Анатольевнаға ғаиләһендә лә мәшәҡәттәр етерлек, ул – биш бала әсәһе.
Марина Иванова быҙауҙар тәрбиәләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдыра. Хужалыҡ һатып алған тоҡомло йәш малдарға ҙур иғтибар бүлә. Оҙаҡламай фермала тик тоҡомло малдар ғына буласаҡ.
Фермалағы бөтә эштәр ҙә хөкүмәт ярҙамы алыуҙың төп шарты булып торған бизнес-план күрһәткестәрен үтәүгә йүнәлтелгән. Ә ағымдағы йылдың туғыҙ айында һөт һауыу тулайым алғанда 524 тонна тәшкил итте.