+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2019, 11:28

Онсолар намыҫлы эшләй

Дәүләкән икмәк продукттары комбинатының он тарттырыу производствоһы ҡаланың бөтә предприятиелары араһында иң боронғоларҙан һанала.

Дәүләкән икмәк продукттары комбинатының он тарттырыу производствоһы ҡаланың бөтә предприятиелары араһында иң боронғоларҙан һанала. Әлеге 1-се он заводы тәүге продукцияһын сығарыуға 100 йылдан артыҡ ваҡыт үткән. Инде был көндәрҙән һуң тирмән таштарын әйләндереүсе бик күп һыуҙар аҡҡан, меңдәрсә тонна иген онға әйләнгән. Он етештереүселәр быуыны бер-береһен алыштырып торһа ла, тәү көндәрҙән үк билдәләнгән һәм бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып килгән юғары сифат күрһәткесе үҙгәрешһеҙ ҡалған.
Бөгөн «Дәүләкән иген продукттары комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, һәр ваҡытта модернизациялар үткәрелгән һәм юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙән торған үҫешкән предприятие. 1-се он заводының смена мастеры Ильяс Гәрәев (һүрәттә) бынан өс йыл элек комбинатта аппаратсы булып эш башлай, тирмәндең он тарттырыу бүлексәһендә игендәрҙе ваҡлаусы станоктарҙы хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.
Уның был өлкәләге дөйөм хеҙмәт стажы ун алты йыл. Ошо ваҡыт эсендә үҙен һөнәренең бөтә нескәлектәрен төптән белгән яуаплы белгес тип таныта. Мастер вазифаһында дүрт кешенән торған бригаданың эшен һөҙөмтәле ойоштора. Ул өҙлөкһөҙ продукция сығарыу һәм уның сифаты өсөн яуаплы. Мастер сменаһын ҡоролмаларҙы ҡарауҙан, ватылған механизмдарҙы йүнәтеү һәм көйләүҙән, биналарҙың санитар-техник торошон тикшереүҙән, ҡул аҫтында эшләүселәрҙең көндәлек хеҙмәтен ойоштороуҙан башлай.
Тәүлек буйына бында 120 тонна иген эшкәртелә. Комбинатта етештерелгән бер нисә төр арыш оно республикала ғына түгел, ә тотош илдә, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙә лә ҙур һорау менән файҙалана. Был продукцияның конкуренцияға һәләтлелегенең сере производстволағы бөтә хеҙмәтсәндәрҙең үҙ эшенә намыҫлы ҡарауы, технология талаптарын үтәүе менән аңлатыла.
- Беҙҙең төп байлығыбыҙ – ул үҙ эшенә бирелгән, ысын һөнәрмәндәр булған эшһөйәр һәм яуаплы кешеләребеҙ. Уларҙың күптәре он тарттырыу производствоһына тиҫтәләрсә йыл ғүмерен биргән. 1-се он заводының смена мастеры Тамара Машкина «Дәүләкән иген продукттары комбинаты»нда 2008 йылда предприятие асылған көндән алып көс һала, ә уның дөйөм эш стажы 40 йылға яҡын. Ул әле лә тәжрибәһе менән йомарт бүлешә һәм йәштәргә өлгө булып тора.
2-се он заводының смена мастеры Елена Сакаева предприятиела ун йылдан артыҡ хеҙмәт итә, эшенә бөтә күңеле менән мөкиббән киткән кеше. Аппаратсы Елена Крутяева үҙ бурысын бик яҡшы башҡара, уға теләһә ҡайһы ваҡытта таянырға була. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең һәр ҡайһыһы тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтергә мөмкин, сөнки уларҙың бөтәһе лә производствоны үҫтереү һәм Дәүләкән он етештереүселәренең данын арттырыуға көстәрен йәлләмәй,- ти 1-се һәм 2-се он заводтары начальнигы Роберт Вәлиев.
Читайте нас: