+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2019, 11:18

Уңыш бөткән йыйылып, баҫыуҙа – тулы тәртип

Белгестәр, механизаторҙар һәм водителдәрҙең оҫталығы һәр ваҡытта урып йыйыу кампанияһының уңыш нигеҙе булып тора.

Белгестәр, механизаторҙар һәм водителдәрҙең оҫталығы һәр ваҡытта урып йыйыу кампанияһының уңыш нигеҙе булып тора. Техниканың ҡеүәте һиҙелерлек артыуға ҡарамаҫтан, бөгөн дә игенселәрҙең дәрт-дарманы һәм маҡсатҡа ынтылышы, еребеҙҙе үҙгәртеү, унда яҡты эҙ ҡалдырыу теләге «ШЭ КФХ башлығы В.Б. Рихтер» коллективына ауыл хужалығы производствоһын үҫтереү буйынса ҡатмарлы бурыстарҙы ла үтәргә ярҙам итә.
Был крәҫтиән-фермер хужалығы районыбыҙҙа иң эреләрҙең береһе. Бында ун мең гектарҙан ашыу майҙанда арыш һәм бойҙай, техник культуралар: көнбағыш, етен, рапс, силосҡа кукуруз, бесәнгә күп йыллыҡ үләндәр, сенаж үҫтерелә.
Тарихта ҡалып барған «Ураҡ-2019» һуңғы йылдарҙағы иң ҡатмарлы һауа шарттары менән айырылып торҙо. Яуым-төшөмһөҙ көндәрҙе тәбиғәттән «йолҡоп» тигәндәй алырға тура килде. Иртә таңдан ҡара төнгә тиклем иген баҫыуҙарында урып йыйыу оҫталары – комбайнсылар Анатолий һәм Иван Белогуровтар, Алексей Разгоняев, Эдуард Әмиров тырышып эшләне. Уларҙың һәр береһе меңәрләгән тонна иген һуҡты. Водителдәр Николай Карушин, Дмитрий Бурунов, Сергей Витман, Олег Мумбер, Валерий һәм Евгений Самойловтар ҙа эш һөйөүсәнлеге менән дан ҡаҙанған. Баҫыу – ырҙын табағы маршрутында улар Александровка, Ивангород һәм Политотдел ауылдарына йыйылған игенде тотҡарлыҡһыҙ ташыған.
Урып йыйыу эштәрен ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарып сығыуҙы баш агроном Илдус Фәйзуллин һәм уның коллегаһы, йәш белгес, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған Руслан Назаров бик оҫта ойошторҙо.
Тулайым алғанда ете мең тоннанан ашыу иген – игенселәр коллективының һуңғы ике айҙағы эш йомғаҡтары шундай. Был райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары араһында уңыш йыйыу буйынса иң яҡшы һөҙөмтә.
Хужалыҡтың башҡа участка баҫыуҙарында ла көҙгө эштәр бик йылдам бара. Йәшел балаҫ булып дәррәү баш ҡалҡытҡан ужым культуралары күңелдәрҙе ҡыуандыра. Тупраҡта дым тотоу эштәре биш мең гектар майҙанда башҡарылған. Ерҙе көҙҙән киләһе йыл уңышына әҙерләүгә механизаторҙар Сергей Рудаков, Александр Коломеец, Дмитрий Решетников, Игорь Рихтер һәм Сергей Глазков күп көс һалған. Һаламды төргәкләүҙә Петр Жариков һәм төктәрҙе ферма ихатаһына ташыуҙа Сергей Ртищев техника етештереүсәнлеген оҫта файҙаланған.
Машина-трактор паркының техник торошо өсөн яуап биреүсе ауыл хужалығы предприятиеһының баш белгесе Сергей Белогуровтың хеҙмәте лә күп маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Урып йыйыу эштәрен башҡарыуҙа ҡатнашҡан баҫыуҙағы техника туҡтауһыҙ эшләне, ватылғандары тиҙ арала төҙәтелде.
Ураҡта ҡатнашыусыларға тәмле аштар бешереүсе ашнаҡсылар Екатерина Петрова, Екатерина Самойленко һәм бешерелгәнде баҫыуға ташыусы водитель Вадим Әхмәтшин да уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индерҙе.
Сираттағы тағы ла бер ураҡ миҙгеле аҙағына яҡынлаша. Баҫыу эштәре лә тамамланыу алдында, игенселәргә һауа шарттары ғына ҡамасауламаһын! Уңышы йыйып алынған һәм киләһе йылға әҙерләп ҡуйылған баҫыуҙарға ҡарап игенселәр бик мөһим, ҙур эште тамамлауҙан ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисерә.
Читайте нас: