+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Октябрь 2019, 14:20

Буласаҡ һалдаттарға кәңәштәр

1 октябрҙән 31 декабргә тиклем армияға көҙгө саҡырылыш бара. Башҡортостандан биш мең егет хәрби бурысын үтәргә китәсәк. Уларға ярҙам итеү маҡсатында кәңәштәр биреп китергә булдыҡ, сөнки армия хеҙмәтенең бер ҙә ябай, еңел түгеллеген бик күптәр белә.

1 октябрҙән 31 декабргә тиклем армияға көҙгө саҡырылыш бара. Башҡортостандан биш мең егет хәрби бурысын үтәргә китәсәк. Уларға ярҙам итеү маҡсатында кәңәштәр биреп китергә булдыҡ, сөнки армия хеҙмәтенең бер ҙә ябай, еңел түгеллеген бик күптәр белә. Һалдатҡа саҡырылғанға тиклем үк һәр үҫмер был яуаплы мәлгә бер ни тиклем әҙерләнһә, физик күнекмәләр менән шөғөлләнһә файҙаға ғына булыр.
Разведка йәки махсус тәғәйенләшле ғәскәрҙәргә хеҙмәт итергә ниәтләгән егеттәргә кәңәшебеҙ шул: даими рәүештә тирҙа атышығыҙ, бассейнға йөрөгөҙ, ҡаяларға менеү күнекмәләре алығыҙ, урында ориентирлаша белеү оҫталығына эйә булығыҙ.
Армия хеҙмәтендә физик көстән бигерәк тиҙлек һәм сыҙамлылыҡ кәрәк. Йүгереүҙә генә түгел, фекерләүҙә лә етеҙлек үтә мөһим, психологик түҙемлек тә ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Айырыуса аяҡ һәм арҡаны нығытыуға ҙур иғтибар бирегеҙ, сөнки был ағзаларға көсөргәнеш ныҡ төшәсәк.
Егеттәргә шундай кәңәшебеҙ ҙә бар: часҡа барып етеү менән үҙеңде лайыҡлы тот, дәрәжәңде төшөрмә, әммә танауыңды ла күккә сөймә. Дуҫ булырға тырыш, ләкин ялағайланма. Командирҙарҙың бойороҡтарын үтәгәндә аҙ һүҙле һәм етеҙ бул.
«Ҡарттар»ға үҙеңдең теләгән бер эште үтәргә әҙер булыуыңды белдерт, әммә шәхесеңде кәмһеткән эшкә тотонмаясағыңды ла аңғарт – намыҫыңды һаҡла, дәрәжәңде төшөрмә.
Рәнйетеүҙәргә, туҡмалыуҙарға яуапһыҙ ҡалма, аҙаҡҡаса көрәш. Йығылһаң да, абруйың үҫер. Ҡаршылыҡ күрһәтмәһәң даими «ҡорбан»ға әйләнәсәкһең. Ҡыйырһытыуҙарҙы йәшермәй командирыңа еткер.
Үҙеңде һаҡла һәм иҫеңдә тот, инвалид армияға ла, буласаҡ ҡатынына ла кәрәк түгел.
Үҙеңдән көсһөҙҙәргә, йошағыраҡтарға, арығандарға, яралыларға ярҙам ҡулы һуҙ. Иң мөһиме, ниндәй генә хәл булмаһын, үҙеңде ҡулға ал, юғалып ҡалма, характерыңды нығыт.
Үҙең дә хеҙмәттә «ҡарттар» иҫәбенә ингәс, йәш һалдаттар алдында осонма, маҡтанма, йоҙроҡтарыңды төйнәмә. Армиялағы тәүге ауыр көндәреңде иҫеңә төшөр.
Рафаэль Мәжитов, юрист, «БУДО» үҙ-үҙеңде һаҡлау мәктәбе директоры.
Фотолар интернеттан алынды.
Читайте нас: