Был күнегеүҙәр компьютер йәиһә яҙыу өҫтәле артында эшләүселәргә бик файҙалы. Иң мөһиме, уларҙы эш урынынан тормайынса ғына, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарырға була.
Бының өсөн ултырғысты өҫтәлдән бер аҙ ситкә этеп, арҡаны турайтып, аяҡтарығыҙҙы айырып ултырығыҙ:
1. Ҡулдарығыҙҙы баш артына ҡуйып, терһәктәрҙе ян-яҡҡа йәйегеҙ. Арҡаны тура тотоп, уң терһәкте түшәмгә, ә һул терһәкте теҙгә йүнәлтеп кәүҙәне бороғоҙ. Был хәлдә 15 секунд тороғоҙ. Тәрән итеп һулағыҙ. Шул хәлдә 15 секунд тороғоҙ. Тәрән итеп һулағыҙ. Шул уҡ күнегеүҙе икенсе яҡҡа ла яһағыҙ.
2. Ҡулдарҙы күтәрегеҙ, уң ҡулды һул елкә артына, ә һул ҡулды уң ҡул терһәгенә ҡуйығыҙ. Уң терһәк менән булдыра алған тиклем артҡа ҡайырылығыҙ. Ҡул һәм елкә мускулдарының тартылыуын шунда уҡ һиҙерһегеҙ. Унан күкрәк тултырып һулағыҙ ҙа шул уҡ күнегеүҙе ҡулдарҙы алмаштырып яһағыҙ.