+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2019, 17:58

Тыуған ауылым урманын ҡабат-ҡабат буйланым...

Уҙған ял көндәрендә тыуған ауылым Ҡоръятмаҫҡа ҡайтып, урман-ҡырҙарҙы йөрөп әйләнергә булдым. Октябрь айының йәйгесә йылы, ҡояшлы көндәренең береһе ине. Тирә-яҡта ысын мәғәнәһендә алтын көҙ хакимлыҡ итә. Урмандағы ағастарҙың япраҡтары оҫта рәссамдар буяғандай ал, ҡыҙыл, алтын төҫөнә инеп, сағыу ҡояш нурҙарында йылтырай. Бар урманда - күңелдәргә тыныслыҡ биреүсе тынлыҡ.

Уҙған ял көндәрендә тыуған ауылым Ҡоръятмаҫҡа ҡайтып, урман-ҡырҙарҙы йөрөп әйләнергә булдым. Октябрь айының йәйгесә йылы, ҡояшлы көндәренең береһе ине. Тирә-яҡта ысын мәғәнәһендә алтын көҙ хакимлыҡ итә. Урмандағы ағастарҙың япраҡтары оҫта рәссамдар буяғандай ал, ҡыҙыл, алтын төҫөнә инеп, сағыу ҡояш нурҙарында йылтырай. Бар урманда - күңелдәргә тыныслыҡ биреүсе тынлыҡ. Һирәк-һаяҡ ағастар ғына талғын елдә шыбырҙашып ҡуя һәм япраҡтар әйлән-бәйлән уйнап, алтын тәңкәләрҙәй ер өҫтөнә ҡойола.
Саф һауаны иркен һулай-һулай, үҙ уйҙарыма бирелеп, бала саҡтан таныш урман һуҡмаҡтарынан атлайым. Тик, һуҡмаҡтар таныш булһа ла, урман инде үҙгәргән, хатта танымаҫлыҡ булған тип әйтһәң дә була. Үҙгәргән урман, ныҡ үҙгәргән... Быға кешеләр сәбәпсе булып тора, сөнки улар ағастарҙы күпләп киҫә, киләһе көндәр хаҡында, балаларына тәбиғәтте ниндәй хәлдә ҡалдырыуҙарын уйламайынса, урман-ҡырҙарҙы сүп-сар ояһына әйләндереп бөтөп бара. (Мин урманда йөрөгән ваҡытта ла ауылдаштарымдың береһе, яҡында кешеләр булыуға ҡарамаҫтан, һис кенә лә оялып тормай машина тағылмаһына тейәгән сүбен урманда бушатып китте).
Бала сағымдан күңелемә яҡын ауылым урмандарында шундай сүплектәр күреп, бик әсенеп, йөрәгем һыҙлап ҡайттым.
Нимә булды һуң беҙгә, кешеләр?! Көндән-көн түбәнерәк тәгәрәйбеҙ. Ниңә аҙ ғына булһа ла балаларыбыҙға беҙҙән һуң ниндәй донъя ҡалдырыуыбыҙ хаҡында уйланмайбыҙ. Тәбиғәт беҙҙең уға ҡарата булған мөнәсәбәтебеҙҙән һыҡтап-һыҡтап илай бит! Шуны иҫтән сығармаһаҡ ине!
Читайте нас: