+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2019, 13:53

Йорттарға һанлы телевидение килә

Льготалы категория һәм теләге булған бөтә кешеләр өсөн һанлы телевидение

Льготалы категория һәм теләге булған бөтә кешеләр өсөн һанлы телевидение сигналдарын ҡабул итеүсе приставкаларҙы көйләү менән муниципаль бюджет учреждениеһы ҡарамағындағы Дәүләкән районы Ғаиләне, балаларҙы һәм йәштәрҙе яҡлау үҙәгенең А.Ш. Хөснөтдинова етәкселегендәге ирекмәндәре шөғөлләнә.
Ошо көндәрҙә һанлы телевидение тоташтырыуға тағы ла бер заявка Болон урамында йәшәүсе Ғимрановтар ғаиләһенән ҡабул ителде. Ҡәниф Үлмәҫҡол улы һәм Ғәлиә Нурулла ҡыҙы һанлы телевидение сигналдарын ҡабул итеүсе приставка һатып алған, әммә уны үҙаллы тоташтырыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуған.
Алия Хөснөтдинова был ғаиләгә ярҙамға ашыға. Һанлы телевидение приставкаһы телевизион каналдарҙы автоматик рәүештә сканерлай, әммә ҡайһы бер саҡта урам антеннаһын аҙ ғына бороп ебәреү ҙә килеп тыуған проблеманы бөтөрөргә булышлыҡ итә. Ҡабул итеүсе яйланмалар менән ябай ғына манипуляциялар – һәм бына экранда таныш каналдар барлыҡҡа килә.
Ирекмәндәрҙең ярҙамы менән ҡалабыҙҙың тағы ла бер ғаиләһе халҡыбыҙ өсөн төп мәғлүмәт һәм ял итеү сығанағы булған яратҡан телевизион каналдарын ҡарау мөмкинлеге алды.
Читайте нас: