+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2019, 11:46

Ирекмәндәр ярҙамы үҙ ваҡытында – һанлы телевидение экранда!

10 октябрҙә Дәүләкән районы Рублевка ауылынан ирле-ҡатынлы Абдрафиҡовтар Ғаиләне, балаларҙы, йәштәрҙе яҡлау үҙәге ҡарамағындағы ирекмәндәр ойошмаһына мөрәжәғәт итте.

10 октябрҙә Дәүләкән районы Рублевка ауылынан ирле-ҡатынлы Абдрафиҡовтар Ғаиләне, балаларҙы, йәштәрҙе яҡлау үҙәге ҡарамағындағы ирекмәндәр ойошмаһына мөрәжәғәт итте. Һанлы телевидениены ҡабул итеү приставкаһын күптән алған булһалар ҙа, уға үҙаллы тоташыу һуңғы ваҡытҡаса кисектерелеп килгән.
- Хужалыҡ буйынса мәшәҡәттәр күп булды, - ти хужабикә Флүрә Әмир ҡыҙы. – Шуның өсөн тиҙ арала һанлы телевидениеға тоташыу өсөн ирекмәндәргә мөрәжәғәт иттек.
Пенсионерҙарға ярҙамға өлкән быуынға һанлы телевидениеға тоташыуға ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә эшмәкәрлек алып барыусы ирекмәндәр ойошмаһын етәкләүсе Алия Хөснөтдинова килгән.
Абдрафиҡовтарҙың һанлы телевидение сигналын көйләй алмауҙың сәбәбе антеннала була. Алия Хөснөтдинова әйтеүенсә уңышһыҙлыҡтарҙың 90 проценты һанлы сигналды ҡабул итеү сығанағы булған тышҡы йәиһә бүлмә антенналарында. Тапшырыу тулҡындары ышаныслы ҡабул ителһен өсөн антеннаны сигнал биреү сығанағы яғына бороу ҙа етә.
Ирекмәндәр ярҙамы менән һанлы телевидение Абдрафиҡовтар ғаиләһенә ваҡытында килде һәм уларға яратҡан каналдарын һәм телетапшырыуҙарын оҙаҡ йылдар сифатлы ҡарарға мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас: