+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2019, 17:53

Әй, ғүмерҙең үтеүе...

Мин яҙырға теләгән кеше герой исемен дә яуламаған, пьдестал баҫҡыстарына ла баҫмаған, күкрәген орден-миҙалдар менән дә биҙәмәгән, ябай ауыл ҡатыны.

Мин яҙырға теләгән кеше герой исемен дә яуламаған, пьедестал баҫҡыстарына ла баҫмаған, күкрәген орден-миҙалдар менән дә биҙәмәгән, ябай ауыл ҡатыны. Ул күп йылдар Дүртөйлө ауылында мәҙәниәт хеҙмәткәре булып эшләй. Бар ғүмерен эшкә бағышлаған, олоно-оло, кесене-кесе итә белгән, ауыл тормошонан йәм, тәм табып йәшәгән гүзәл заттарҙан ул.
Дамира Муллабаева – Дим буйында урынлашҡан Дүртөйлө ауылы ҡыҙы. Йәшләй генә әсәһенән ҡалып, ҡартатаһы һәм өләсәһе ҡулында тәрбиәләнә. Ҡыҙ бәләкәйҙән үк әүҙем булып үҫә, яҡшы уҡый. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһында уҡый. Унан Дүртөйлө ауылы клубына эшкә ҡайта. Бында төрлө байрамдар үткәреп, район һәм республика кимәлендә үткән сараларҙа һәр саҡ ҡатнашып торалар.
Уның тырыш хеҙмәте төрлө йылдарҙа Рәсәй, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлыҡтарының, Халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының Рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән билдәләнә.
Дамира Минехан ҡыҙы оҙаҡ йылдар етәкләгән «Гөлнәзирә» башҡорт фольклор коллективын тирә-яҡта яҡшы беләләр.
1984 йылда ауылдың иң уңған егете Малик Муллабаев менән тормош ҡороп ебәрәләр. Бер ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. Бөгөн һәр ҡайһыһының үҙ донъяһы,үҙ ғаиләһе.
Кешенең исеме лә уның яҙмышына, холҡона тәьҫир итмәй ҡалмай. Дамира исеме төрөк теленән – тимер, ныҡышмал тигәнде аңлата. Исемен тулыһынса аҡлап, тормош һынауҙарына бирешмәй гүзәллеккә ынтыла, халҡыбыҙҙың матур ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша.
Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы. Дамира Муллабаева тәбиғәте буйынса йор һүҙле, хәрәкәтсән кеше, ауылдың сәхнә оҫтаһы. Илһамланып уҡыған әҫәрҙәре бер кешене лә битараф ҡалдырмай: кәрәк саҡта көлдөрә, урыны менән илата ла.
Әммә тормош һынамай тормай, һынмайынса, һығылмайынса хоҙай тарафынан ебәрелгән һынауҙарҙы кисерергә кәрәк. Ә Дамира еңгәм һығыла торғандарҙан түгел. Үҙенең күңеле меңгә ярылған булһа ла, уға ярҙам, кәңәш һорап килгәндәрҙе бер ҡасан да кире ҡаҡмай. Йәнәшәлә шундай кешеләр булыуы һөйөндөрә.
Япраҡтар алтынға ҡойонған мәлдә Дамира Минехан ҡыҙы оло юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан файҙаланып, еңгәбеҙҙе күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайым. Киләсәктә лә үҙ хеҙмәтендә, халыҡ араһында булыуын теләйбеҙ. Ижад шишмәләре һайыҡмаһын, янында иң изге кешеләр генә булһын, һәр тыуаһы таңдары шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен, балаларының рәхәтен һәм рәхмәтен күреп, һау-сәләмәт тормошта йәшәргә насип итһен!
Әйтке килә бик күп матур һүҙҙәр,
Юбилейың менән тәбрикләп.
Шатлығыңды һинең уртаҡлашып,
Туғандарың йый(ы)лып килерҙәр.
Йәшә әле, еңгә, ғүмер бер бит,
Ет һин, етмеш-һикһәнгә.
Матур килеш ҡартайырға яҙһын,
Үкенмәйсә ғүмер үткәнгә.
Ныҡлы һаулыҡ һиңә юлдаш булһын-
Тик һаулыҡта бәхет табыла.
Ҡаршыларға яҙһын бик күп йылдар
Тыуған көндәреңде тағы ла!
Читайте нас: