-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2019, 19:17

Һауа торошо байрамға ҡамасауламаны

11 октябрҙә, Республика көнө һәм Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы уңайынан Дәүләкәндең үҙәк майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәһе һәм байрам концерты уҙҙы.

Уҙған йома, 11 октябрҙә, Республика көнө һәм Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы уңайынан Дәүләкәндең үҙәк майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәһе һәм байрам концерты уҙҙы.
Был көндө иртәнән үк яуып торған ямғыр күңелдәрҙе бер аҙ ҡырһа ла, планлаштырылған байрам сараларын ойошторорға ҡамасаулай алманы. Ҡала майҙанында иртәнән үк яңғыраған дәртле көйҙәр ҡала халҡын кәрәкле тауарҙарын һатып алырға һәм тылсымлы музыка, йырҙар һәм бейеү донъяһына саҡырып торҙо.
Райондың күп һанлы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары йәрминкәлә быйылғы ауыл хужалығы миҙгеле бүләк иткән аҙыҡ-түлек продукттарын тәҡдим итте.
Был көндө ҡала халҡы күп төрлө ауыл хужалығы продукцияһы: яңы һуйылған һыйыр, сусҡа һәм ҡош иттәре, көнбағыш майы, бал, һөт продукттары, картуф, һуған, кәбеҫтә, бойҙай, емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары, «Байский стол» маркаһы аҫтында етештерелгән колбаса продукцияһы, шулай уҡ бөтә майҙанға хуш еҫтәр таратыусы тәмле шашлыҡ һатып ала алды.
Дәүләкән районы муниципаль районының мәғариф идаралығы район Мәҙәниәт йорто алдында «Көҙгө мозаика» район фестиваль-конкурсының экспозицияһын тәҡдим итте. Унда район Мәҙәниәт йортоноң ауыл филиалдары үҙ ҡулдары менән төрлө йәшелсәләрҙән эшләгән үҙенсәлекле композицияларҙы ҡала халҡы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.
Был конкурс сиктәрендә үҙенсәлекле көҙгө образ тыуҙырған район Мәҙәниәт йортоноң Ленинск филиалы етәксеһе Эльвира Әрҙәширова бер тауыштан«Көҙ королеваһы- 2019» итеп һайланды. Конкурста ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә иҫтәлекле бүләктәр һәм почетлы дипломдар менән бүләкләнде.
11.30 сәғәттә үҙәк майҙанда халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға бағышланған «Йәшәүгә 10000 аҙым» тигән күләмле Бөтә Рәсәй һауыҡтырыу акцияһы булды. Сарала үҙәк район дауаханаһы, мәғариф идаралығы вәкилдәре, ирекмәндәр һәм теләге булған бөтә кеше ҡатнашты. Ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, улар ойошторолған колонна менән ҡала үҙәге буйлап йәйәү йөрөп үтте.
Читайте нас: