Изге тыуған тупраҡта күкрәп үҫкән, батыр, ғорур ир-егеттәребеҙ урып-йыйған, мәрхәмәтле, булдыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ - әсәйҙәребеҙ ҡулдары аша үтеп өҫтәлгә килгән икмәк! Тәмле лә, туҡлыҡлы ла, бәрәкәтле лә һин! Ниндәй генә ризыҡтар ҡуйылһа ла, һинән башҡа табындың йәме лә, тәме лә юҡ.
Ул тормошобоҙҙоң муллығын, туҡлыҡты раҫлай. Ата-бабаларыбыҙ ҙа «Икмәк – аллаһ бүләге!», - тип юҡҡа әйтмәгән бит.