+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2019, 17:41

Дөрөҫ балды нисек һайларға?

Балды тикшереп ҡарауы бик еңел.

Беренсе ысул: ҡағыҙға бер тамсы бал тамыҙырға, химик ҡәләм осон шул тамсыға тейҙергәндән һуң балда ҡәләм төҫө ҡалырға тейеш түгел. Бал буялһа, тимәк һыу өҫтәлгән.
Икенсеһе: яҡшы бал ҡалаҡтан өҙөлмәйсә, һуҙылып тамырға тейеш, ә шәрбәт ҡушылғаны иһә һыу тамсыһы кеүек тама.
Тағын бер ысул: бер ҡалаҡ балды һыуҙа болғатығыҙ, әгәр һауыт төбөндә ҡара төйөрҙәр барлыҡҡа килһә, ул – бик үк яҡшы сифатҡа эйә булмаған бал.
«Дөрөҫ» бал ҡышын шәкәрләнә, ләкин бер төрлө ҡатнашма хәлендә була, ә ҡатламдарға айырылмай.
Әгәр бал оҙаҡ ваҡыт һыйыҡ килеш ҡалһа йәки асыҡ айырылып тороусы ике өлөшкә бүленһә, тимәк, ул яһалма.
Күтәрелгән күбек балдың өлгөрөп етмәгәнлеге тураһында һөйләй, уны тейешле ваҡытынан алда һыуыртҡандар.
Читайте нас: