Юл төҙөлөшө тарихы: кисә, бөгөн, иртәгә
Беҙҙең ҡалабыҙ һәм районыбыҙҙы күп һанлы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге транспорт артериялары киҫеп үтә. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 400 километрҙан ашыу. Тәү ҡарашҡа ғына юлдар айырым иғтибар талап итмәгән кеүек. Ысынында иһә, был «бәйләүсе ептәр»ҙе йәйен-ҡышын тулы тәртиптә тотоу – өҙлөкһөҙ, ҙур һәм яуаплы хеҙмәт ул.
Юл төҙөлөшө тарихы элекке дәүерҙәргә барып тоташа. Бер нисә быуат үткәндән һуң ғына кешеләр һуҡмаҡты юлға әйләндерергә өйрәнгән.
Тәүҙә һуҡмаҡты нығытыу өсөн таш ҡуллана башлайҙар. Ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, беҙҙең эраға тиклем Хеттск батшалығында уны беренсе тапҡыр ҡулланалар. Ә бына заманса юлдарҙы боронғо Римдә төҙөй башлайҙар. Тап римләндәр уларҙы ҡаты тәбиғәт ҡатламдары түшәп күтәртергә, ситтәренән канауҙар ҡаҙырға, һыу ятҡылыҡтары аша күпер төҙөргә өйрәнә. Бөтә был эштәр әле лә ҡулланыла.
Рәсәйҙә 18 быуат аҙағына тиклем юл төҙөлөшө алып барылмай. Ул замандарҙа һыу буйлап хәрәкәт итеү ҙур танылыу яулай. Ҡоро ерҙәге юл бәйләнеше бик насар торошта була. 1740 йылдарҙа ғына юл төҙөү һәм уларҙы нығытыу ҡағиҙәләре тураһында указ сыға. Уға ярашлы, юлһыҙ ерҙәргә йыуан кәртәләр бәйләме һалына һәм һәр ҡатына тупраҡ түшәлә.
XIX быуаттың беренсе яртыһында империяла ҙур юлдар төҙөү тураһында комитет, һуңғараҡ – Юл министрлығы булдырыла. Тап шул осорҙа илдә йылға, тимер юлы вокзалдарына, причалдарға илтеүсе ҡаты ҡатламлы юлдар һалына башлай.
Беҙҙең республикаға килгәндә, беренсе юл предприятиеһы «Башмест» - хәҙерге «Башкиравтодор» - 1924 йылда барлыҡҡа килә. 40-сы йылдар башында төбәктә автомобилдәр һаны арта, ә юлдарға капиталь ремонт талап ителә. Шул ваҡыттан алып ауыл халҡы ла был эштә ҡатнаша башлай. Миҫал өсөн, крәҫтиәндәр ярҙамында Дәүләкән, Талбазы, Бүздәк һәм Шишмәне тоташтырыусы 100 километрҙан ашыу таш түшәлгән шоссе төҙөлә.
Оҙаҡламай беҙҙең районда ташҡын ваҡытында кешеләрҙе һәм автотранспортты паром ярҙамында сығарыусы юл бүлеге булдырыла. Ә ул 70-се йылдарҙа ҙур штаты һәм юл төҙөлөшө белгестәре булған производство юл участкаһы (ПДУ-1364) менән алмаштырыла. Уны М.Х. Йыһангиров етәкләй. Участка эшселәре район әһәмиәтендәге юлдарҙы тигеҙләү менән шөғөлләнә. 90-сы йылдарҙа ул үҙгәртеп ҡорола һәм «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең структур подразделениеһы булараҡ юл төҙөү ремонтлау идаралығы (ДДРСУ) тигән яңы статус ала. Бындай үҙгәреш юлдар төҙөлөшөн киңәйтеү, уларға асфальт-бетон ҡатламы түшәү һәм күберәк хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында кәрәк була.
Беҙҙең ҡалала һәм районда юлдарҙы төҙөү, ремонтлау менән директор Мөнир Исхаҡов етәкләгән Дәүләкән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы шөғөлләнә. Транспорттың хәүефһеҙ һәм өҙлөкһөҙ йөрөүен тәьмин итеү, юлдарҙың торошон контролдә тотоу һәм уларҙы төҙөкләндереү менән шөғөлләнеү юл төҙөүселәрҙең төп бурысы булып тора. Яҙҙан башлап ҡара көҙгәсә юл ҡатламын ремонтлау һәм уларға асфальт түшәү эштәре башҡарыла. Был юлсылар өсөн иң ҡыҙыу осор. Бөтә планлаштырылған эштәрҙе башҡарып сығыу һәм дәүләкәндәрҙе яңы юлдар менән шатландырыу өсөн мастер Шамил Мәсәлимов етәкселегендәге бригада иртә таңдан төнгә тиклем, күп ваҡытта ялһыҙ ҙа, бөтә көсөн биреп намыҫлы эшләй.
Бөгөн Дәүләкән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы – берҙәм коллектив. Унда һәр кем үҙ эшен бик яҡшы белә. Асфальт түшәүселәр Рөстәм Арыҫланов, Филүс Әхмәтйәнов, Сергей Зубарев, Александр Данилов, Владимир Восковщук, асфальт ҡайнатыусылар Дамир Ильясов, Альберт Миһранов, Юрий Николаев, Вадим Фәйзрахманов, водителдәр Вячеслав Семененко, Вәкил Ҡолоев, Илнар Шәйбәков, Рәфил Ғәлиәкбәров, Иван Кучеров, Владимир Александров, Рәмил Әғзәмов, тейәгес машинисы Исмәғил Арыҫланов, асфальт түшәгес машинисы Владимир Третьяков, каток машинисы Зинфир Ғималов юл ҡатламы түшәү менән мәшғүл.
Юл төҙөү-ремонтлау материалдарын водителдәр Альберт Хәмитов, Мөнир Хәбибуллин, Тимербай Шәйбәков, Радик Фәйзрахманов, Илшат Латипов, Алексей Маслак ремонт эштәре барған урынға юғалтыуһыҙ һәм ваҡытында килтереп еткерә.
Предприятиела хеҙмәт династиялары ла бар. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Иван Кучеров идаралыҡта юл төҙөү мастеры булып эшләгән, хәҙер уның эшен, яратҡан һөнәренә 40 йылдан ашыу ғүмерен биргән улы Владимир дауам итә, ә ейәне Иван - бригадала тәжрибәле, ышаныслы водитель.
Һыуыҡтар башланыу менән дә юлсыларҙың мәшәҡәте кәмемәй, сөнки йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә, теләһә ниндәй һауа шарттарында ла юлдар асыҡ булырға тейеш. Шуға күрә ҡышын, юлсылар йоҡоларын да онотоп, көрттәрҙе таҙартыуға сыға, сөнки иртүк кешеләр үҙ мәшәҡәттәренә сума: мәктәп автобустары уҡыусыларҙы мәғариф учреждениеларына илтергә, өлкәндәр эш урындарына, тиҙ ярҙам машиналары ауырыуҙар янына ашыға. Юлдағы боҙлауыҡ менән көрәшеү ҙә күп ваҡытты ала. Юлсылар юлдарға, айырыуса тиҙлек трассаларына, ҡом һәм тоҙ ҡатнашмаһы һибеп сыға.
Һуңғы йылдарҙа ҡалабыҙ күҙгә күренеп үҙгәрҙе, урамдар һәм тыҡрыҡтар матурланып, яҡшырып ҡалды. Быға инде ал-ял белмәй эшләгән Дәүләкән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә байтаҡ өлөш индергән.