+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2019, 11:54

Халыҡ алдында яуаплылыҡ тойоп

«Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостанда «Ҡала мөхите» партия проекты сиктәрендә объекттарҙа ремонт эштәрен сифатһыҙ үтәгән һәм үҙ ваҡытында башҡармаған подряд ойошмалары исемлеген төҙөйәсәк.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостанда «Ҡала мөхите» партия проекты сиктәрендә объекттарҙа ремонт эштәрен сифатһыҙ үтәгән һәм үҙ ваҡытында башҡармаған подряд ойошмалары исемлеген төҙөйәсәк. Был хаҡта партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров сентябрь аҙағында, БР Дәүләт Йыйылышында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ултырышы барышында белдерҙе.
Партия проекты сиктәрендә быйыл республикала 180 йәмәғәт территорияһы, 400-ҙән ашыу ихата, күп фатирлы йорттарҙа дүрт мең подъезд яңыртыласаҡ. Был маҡсатҡа 4,5 млрд һум аҡса бүленгән. Бөгөн эштәрҙең 80 проценты тиерлек тамамланған йәки тамамланыуға яҡын. Рөстәм Әхмәҙинуров депутаттарҙы объекттарҙы тапшырыуҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын үтенде.
- Халыҡ менән аралашығыҙ, йорт өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгән кешеләр менән бәйләнеш тотоғоҙ. Башҡарылған эштәр буйынса улар тейешле баһа бирергә тейеш. Ремонт эштәрен үҙ ваҡытында башҡармаған һәм сифатһыҙ үтәгән подрядсылар исемлеге административ органдарға тапшырыласаҡ, - тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Бынан тыш, фракция ултырышында партия ағзаларына милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын контролдә тотоу бурысы йөкмәтелде. Милли проекттар сиктәрендә быйыл 872 сара үткәреү ҡаралған, уларҙың 158-е – капиталь төҙөлөш объекттары.
«Берҙәм Рәсәй» партияһынан тәҡдим ителгән депутаттар һайлау кампанияһы һөҙөмтәләре, урындағы үҙидара һәм дәүләт власы органдары араһында һыу менән тәьмин итеү һәм һыу түгеүҙе ойоштороу буйынса вәкәләттәрҙе бүлеү тураһындағы закон хаҡында әңгәмәләште. Был закон БР Дәүләт Йыйылышы ултырышында ҡарала.
Ултырыш һуңында фракцияның киләһе йылға эш планы раҫланды.
Арина Рәхимҡолова, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе матбуғат секретары.
Читайте нас: