Уҙған йома район Мәҙәниәт йорто «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы»на әйләнде.
«Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» асыҡ акдемияһы үҙенең эшен ағымдағы йылда башланы. Ул республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙарына хеҙмәтләндереүҙең төрлө өлкәләрендә яңы, файҙалы белем биреү буйынса республика күләмендәге белгестәр менән аралашыу мөмкинлеге булдырыу маҡсатында ойошторолған. Күләмле сара Башҡортостандың ике ҡалаһында үтте. Дәүләкән ҡалаһы байрамдың өсөнсө майҙансығы булды.
Бында районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашҡан төрлө тематик майҙансыҡтар ойошторолдо.
Сараға проекттың авторы Каринэ Хәбирова килде. Ҡунаҡтар араһында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айгөл Гәрәева һәм башҡалар бар ине.
Фигуралағы етешһеҙлектәрҙе йәшереүсе һәм уның өҫтөнлөктәрен һыҙыҡ өҫтөнә алыусы кейем һайлап алырға, бизнесты нәмәнән башлау тураһында һөйләшергә һәм таныштарың менән осрашырға – быларҙың бөтәһен районда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойошторолған байрамда күрергә мөмкин булды.
Сара шартлы рәүештә ҡатын-ҡыҙ бәхетен тәшкил иткән төрлө йүнәлештәргә: матурлыҡ, сәләмәтлек, ижад, вокал һәм бейеү, музыка, матурлыҡты тойоу, ғаилә, эшҡыуарлыҡ, балалар үҫеше территорияларына бүленде. Гүзәл зат вәкилдәре уларҙың һәр ҡайһыһында күңеленә яҡын шөғөл тапты һәм үҙҙәре өсөн бик күп яңылыҡ асты.
«Матурлыҡ территорияһы» иң популяр майҙансыҡтарҙың береһе булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы тағы ла күркәмерәк итеү – визажистарҙың төп бурысы. Был көндө улар макияж яһап ҡына ҡалманы, ә үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтары менән дә уртаҡлашты. Мәҫәлән, көҙгөгә ҡарағанда тик шатлыҡ минуттары ғына кисереү өсөн, был миҙгелдә помаданың иң популяр төҫтәре йәки бит тиреһен тәрбиәләү өсөн ниндәй саралар һайларға кәрәк икәнен аңлаттылар.
Яңы образдар тыуҙырыу буйынса файҙалы кәңәштәр алырға һәм һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға ҡатын-ҡыҙҙарға парикмахерҙар, ҡаштар һәм керпектәрҙе буяу оҫталары, стилистар ярҙам итте.
Майҙансыҡтарҙың береһе сәләмәтлеккә бағышланғайны. Дәүләкән үҙәк дауаханаһы белгестәре был көндө консультациялар уҙғарҙы һәм пациенттарҙы ҡабул итте. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашырға теләүселәр аҙ булманы. Республика клиникалары белгестәре – психологтар, психотерапевтар, диетологтарға ла сират бик оҙон ине. Ҡалабыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының күбеһен дөрөҫ туҡланыу тураһындағы әңгәмә бик ҡыҙыҡһындырҙы.
Шулай уҡ был көндө күсмә сәләмәтлек үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар комплекслы тикшеренеүҙәр үтеү, маммография эшләтеү һәм онколог консультацияһы алыу мөмкинлегенә эйә булды.
Балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы шөғөлдәр табылды. Әсәләре үҙҙәрен тәртипкә килтереү буйынса файҙалы белем алған арала, кескәйҙәр янында педагогтар һәм аниматорҙар эшләне. Улар балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйланы, аквагрим буяуҙары ярҙамында биттәренә төрлө һүрәттәр төшөрҙө, кәнфиттәрҙән һәм шарҙарҙан сәскәләр эшләү, яҡтылыҡ экранында ҡомдан һарайҙар төҙөү, балсыҡтан төрлө һындар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Ә ҡыҙыҡлы эксперименттар балаларға ла, уларҙың ата-әсәләренә лә уҡыуҙың бик мауыҡтырғыс булыуын иҫбатланы. Дәүләкән ҡатын-ҡыҙҙарының күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары балҡыһын өсөн был көндө бөтә белгестәр ҙә бар көстәрен һалды. «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» асыҡ академияһы тап шул маҡсат менән ойошторолдо ла инде.
«Ҡатын-ҡыҙҙар күркәмлегенең сере – ул эске тороштоң матурлығы, - ти Каринэ Хәбирова. – Әгәр бәхетле булһаң, һин һәр ваҡыт матур, кешеләрҙе үҙеңә тартып тораһың һәм шуға күберәк йылмаяһың да».
Ә йылмауҙан балҡыған йөҙҙәр был сарала бик күп булды. Гүзәл зат вәкилдәре ул көндө ҙур күләмле байрам атмосфераһына күмелде һәм ысын мәғәнәһендә күңелдәренә ял алды.
Сара һуңында район Мәҙәниәт йортонда РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы Лариса Голубкина менән ижади осрашыу үтте. Ул билдәле романстар башҡарҙы һәм үҙенең уңыш серҙәре менән бүлеште.