Тантаналы сараларҙа ҡатнашыу, Мостай Кәримде хөрмәтләп иҫкә алыу һәм тағы бер тапҡыр уның әҙәби мираҫына ҡағылыу өсөн Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән абруйлы ҡунаҡтар килде,
Өфөнән һәм республиканан уның ижадын һөйөүселәр йыйылды.
19 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге скверҙа (Профсоюздар йорто янында) көн дауамында төрлө телдәрҙә шағирҙың шиғырҙарын тыңларға мөмкин булды. Сарала яҙыусылар, актерҙар, балалар һәм студенттар ҡатнашты. Шулай уҡ был көндө халыҡ шағирының һәйкәленә сәскәләр һалынды.
20 октябрҙә юбилей саралары яҙыусының тыуған яғында – Шишмә районының Келәш ауылында ойошторолдо.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Мостай Кәримгә бюст асылды. Бронза ялатылған бюстың скульпторы – Юрий Солдатов. Уның күсермәһе яҙыусы һуңғы йылдарҙа йәшәгән Энгельс урамында йорт барельефын биҙәй.