+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2019, 18:24

«Рәсәй лидерҙары»

2019 йылдың 4 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019-2020 йылдарға «Рәсәй лидерҙары» конкурсының өсөнсө миҙгелен иғлан итте.

2019 йылдың 4 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019-2020 йылдарға «Рәсәй лидерҙары» конкурсының өсөнсө миҙгелен иғлан итте. Уға старт «Рәсәй- мөмкинлектәр иле» Күҙәтеү советының беренсе ултырыш сиктәрендә бирелде.
Конкурстың маҡсаты – юғары лидерлыҡ сифаттары һәм идара итеү һәләте булған перспективалы етәкселәрҙе асыҡлау, уларҙы үҫтереү һәм ярҙам итеү. Һайлап алыу күп баҫҡыслы саралар системаһы нигеҙендә үткәрелә.
Ике йыл эсендә теркәлеүселәр һаны 426 мең кешенән артҡан. Юғары позицияға тәғәйенләүҙә 150 лидер билдәләнде, уларҙың икеһе - губернатор, дүртеһе – федераль министр урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
«Рәсәй лидерҙары» конкурсының өсөнсө миҙгелендә идара итеү тәжрибәһе кәмендә биш йыл булған 55 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала. 35 йәштән йәшерәк кешеләрҙең кәмендә ике йыл идара итеү эшендә тәжрибәһе булырға тейеш.
Конкурс төбәк лидерҙары өсөн яҡшы платформа. Күптәр төбәктәрҙә көслө идара итеүселәргә үҙеңде күрһәтеүе ауыр тип һанай. Был конкурс иһә кешеләргә үҙҙәрен күрһәтергә, федераль кимәлдә остаздар табырға һәм төбәк алдында торған аныҡ бурыстарҙы хәл итеп ҡарарға мөмкинлек бирә.
Быйылғы миҙгелдә ҡатнашыусылар һәр төбәккә файҙа килтерерлек социаль проектты тормошҡа ашыра. Үткән йылдар тәжрибәһе күрһәтеүенсә, күпселек проекттар төбәк властары тарафынан хупланды һәм үҫешеүен дауам итә.
2019-2020 йылдарҙағы конкурста яңылыҡтар индерелде.
Улар тураһында конкурстың рәсми сайтында белә алаһығыҙ: лидерыросии.рф
Читайте нас: