+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2019, 19:19

Эш көнөндә лә, байрамда ла – руль артында

Ҡала тормошон йәмәғәт транспортынан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын.

Ҡала тормошон йәмәғәт транспортынан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын.
Шәхси автомобиле булмаған кешеләр өсөн ҡаланың бер микрорайонынан икесеһенә барыу күп проблемалар тыуҙыра. Шуға күрә күптәр йәмәғәт транспорты хеҙмәттәренән файҙалана. Тимәк, автобус водителдәренә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Был пассажирҙар хәүефһеҙлеге генә түгел. Эш графигын теүәл үтәү, транспорт рейстарында тотҡарлыҡтар һәм автобустарҙың маршрутҡа сыҡмай ҡалыуын булдырмау бик мөһим.
Һөнәрселек училищеһынан башланып, 7-се урта мәктәп эргәһендә тамамланған маршрут буйынса йөрөгән водителдәр коллективын етәкләгән шәхси эшҡыуар Н.Г. Петрованың , ҡағиҙә булараҡ, бындай проблемалары булғаны юҡ.
Был ҙур булмаған автопредприятие хеҙмәткәрҙәренә ҡала халҡы әле уянмаған ваҡытта эшкә сығыу ғәҙәти хәл. 6 сәғәт 30 минутта беренсе рейсҡа сығыусы водителдәргә күп нимә эшләп өлгөрөргә кәрәк: путевка тултырырға, ҡан баҫымын үлсәтергә, двигателдә май, һыуытыусы шыйыҡса кимәлен, тормоз системаһы торошон тикшерергә. Шунан һуң ғына уларға рейсҡа сығырға рөхсәт бирелә.
Иртәнге рейстар иң көсөргәнешлеһе. Салондар тулы – ҡала кешеләре эшкә, мәктәпкә, дауаханаға, тимер юл вокзалына ашыға. Яуаплы эш иғтибарлы булыуҙы талап итә. Бигерәк тә йәмәғәт транспорты водителдәренә, ҡағиҙә булараҡ, бер юлы төрлө функция башҡарырға кәрәк: пассажирҙарҙы туҡтап ултыртырға, юл хаҡын йыйырға, туҡталыштарҙы иғлан итергә.
Шулай итеп, ял йәки байрам көн булыуға ҡарамаҫтан, йылдың 365 көнөндә улар руль артында.
Ун ете йыл элек, ошо мәшәҡәтле лә, яуаплы ла булған хеҙмәткә тәжрибәле автотранспортсы Александр Николаевич Суршков тотона. Предприятиены ойоштороп, уны аяҡҡа баҫтырыу һәм эште көйләү өсөн барыһын да эшләй.Техниканы хеҙмәтләндереү буйынса төп эштәрҙе башҡарыу өсөн үҙ ремонт базаһын булдыра. Хәҙер уның эшен тормош иптәше Наталья Григорьевна дауам итә. Тәүҙә ул иренә ярҙам итә. Ә 2011 йылдан үҙе «Д» категориялы водителгә әйләнә. Кәрәкле рөхсәт ҡағыҙҙарын тултырыу нескәлектәренә өйрәнә.
Был ҙур булмаған автопредприятиела ете водитель иҫәпләнә. Уларҙың алтауһы маршрутта сменалап эшләй. Тағы ла бер водитель вахта автобусын хеҙмәтләндерә – ике иген продукттары комбинаты эшселәрен ташый.
Инде күп йылдар дауамында коллективта Николай Суршков, Андрей Каюкин, Юрий Дерябин, Алексей Васильев, Радий Байбурин, Василий Могила, Сергей Квашнин хеҙмәт һала. Предприятие эшенә үҙҙәренең көндәлек өлөшөн индереп, был водителдәр бөтәһенә лә ҡала йәмәғәт транспорты менән файҙаланыу мөмкинлеге бирә.
Читайте нас: