+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2019, 19:12

Гәзит подписчиктарына ташламалар бүләк итә

Көҙгө подписка кампанияһы сиктәрендә «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите редакцияһы «Ата-әсәләреңде «районка»ға яҙҙыр» тигән акция үткәрә

Көҙгө подписка кампанияһы сиктәрендә «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите редакцияһы «Ата-әсәләреңде «районка»ға яҙҙыр» тигән акция үткәрә
Акцияның асылы шунда: кем дә кем ата-әсәләрен 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙҙыра, шуларға гәзит биттәрендә ҡотлау яҙғанда 20 һүҙҙе бушлай биреү мөмкинлеге бүләк ителә.
Шулай итеп, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙ яҡын кешеләрегеҙгә өҫтәмә иғтибар билдәһе күрһәтеп, кемде лә булһа ҡотлағанда ҙур ташламанан файҙалана алаһығыҙ! Ә һеҙҙең ата-әсәләрегеҙ (бәлки уларҙың күбеһе хаҡлы ялдалыр) элеккесә район тормошо һәм республикала булған хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар буласаҡ.
Ошо көндәрҙә беҙҙең ҡалала йәшәүсе Римма Рәшит ҡыҙы Ҡоҙаҡаева был акцияға ҡушылып, әсәһе Флүрә Әхмәтвәли ҡыҙы Ниғмәтйәнованы «Балҡантау» гәзитенә яҙҙыртты. Флүрә Әхмәтвәли ҡыҙы – гәзиттең күптәнге уҡыусыһы. Ул күп йылдар дауамында орлоҡсолоҡ станцияһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Беҙҙең гәзит күп тапҡырҙар Ниғмәтйәновтар ғаиләһе тураһында яҙып сыҡты, элекке йылдарҙың был сығарылыштары уларҙың ғаилә архивында ҡәҙерләп һаҡлана. Флүрә Әхмәтвәли ҡыҙы урындағы гәзитте түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ул уның биттәренән район яңылыҡтары менән таныша.
Римма Рәшит ҡыҙы әсәһенә бүләк яһап, район гәзитенә белдереүҙе ташлама менән биреү хоҡуғы алды. Башҡа дәүләкәндәр ҙә был мөмкинлектән файҙалана ала, сөнки район гәзитенә яҙылыу дауам итә.
Читайте нас: