+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2019, 16:34

Көҙгө саҡырылыш бара

2019 йылдың 1 октябренән граждандарҙы сираттағы көҙгө хеҙмәткә саҡырыу башланды.

Рәсәй Федерацияһында 2017-2018 йылдарҙа армияға саҡырыу тәртибе 1996 йылдың 31 майындағы «Оборона тураһында»ғы 61-се һәм 1998 йылдың 28 мартындағы «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы 53-сө федераль закондарға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Президентының 2019 йылдың 30 сентябрендәге «2019 йылдың октябрь-декабрендә Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында һәм саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә булған граждандарҙы ҡайтарыу тураһында»ғы 472-се Указы менән 2019 йылдың 1 октябренән граждандарҙы сираттағы көҙгө хеҙмәткә саҡырыу башланды.
1992-2001 йылғы хәрби иҫәптә торған йә иһә иҫәптә тормаған, әммә хәрби иҫәптә торорға тейеш һәм запаста булмаған (хеҙмәткә саҡырыу кисектерелмәһә) ир-егеттәр, шулай уҡ саҡырылыу йәшендәге мәғариф учреждениелары уҡыусылары, студенттар хеҙмәткә алына.
Граждан повесткала күрһәтелгән ваҡытта хәрби комиссариатҡа медицина тикшереүе үтеү өсөн килергә бурыслы.
2019 йылдың октябрь-декабрендә Башҡортостандан 4603 кеше алынасаҡ. Дәүләкән районы муниципаль районынан 49 егет әрме сафына баҫасаҡ.
Юғары йәки урта белем биреү учреждениеларында уҡыусылар саҡырыу буйынса бер йыл хеҙмәт итеү урынына ике йыл хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөй ала.
Армияға саҡырылырға тейешле граждандар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн «ҡыҙыу линия» телефондары эшләй:
-Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатының
белешмә - хоҡуҡи пункты - 8 (347) 228-02-92;
-юридик бүлек - 8 (347) 276-65-76;
-граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге – 8 (347) 253-13-48 (көн һайын 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем);
-Өфө ҡалаһында граждандарҙы контракт буйынса һайлап алыу пункты - 8 (347) 248-29-31;
-Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы – 8 (347) 250-05-10;
-Әлшәй һәм Дәүләкән райондары хәрби комиссариаты, Дәүләкән ҡалаһы 8 (34754) 2-38-03, 8 (34754) 2-38-71;
-Әлшәй һәм Дәүләкән райондары хәрби комиссариаты, Дәүләкән ҡалаһы хәрби-иҫәп пункты - 8 (34768) 3-14-30;
-тиҙ психологик ярҙам – 8 (800) 7000-183.
Читайте нас: