+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2019, 16:04

Ҡыҙраста «Асылыкүл» - «Балҡантау» байрамы

Кисә, Ҡыҙрас ауыл мәҙәниәт йортонда «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите хеҙмәткәрҙәре «Подписка көнө» уҙғарҙы. Мәҙәниәт йортона 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар йыйылды.

Кисә, Ҡыҙрас ауыл мәҙәниәт йортонда «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите хеҙмәткәрҙәре «Подписка көнө» уҙғарҙы. Мәҙәниәт йортона 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар йыйылды. Сара төрлө конкурстар, уйын-көлкө, йыр-бейеү, викториналар менән аралашып барҙы. Байрамды ойоштороуҙа Ҡыҙрас ауыл хакимиәте башлығы Хәбиәхмәтов Әхәт Миңлебай улы, почта бүлексәһе начальнигы Тәүлийәрова Ләйсән Фәнил ҡыҙы, почтальондар Мусина Светлана Шәмсулла ҡыҙы, Фәхретдинова Айгөл Рифҡәт ҡыҙы һәм ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Аминова Айһылыу Ғәлимарҙан ҡыҙы, Миңлеәхмәтова Флүзә Әнүәр ҡыҙы, Ҡорбанғәлиева Резеда Тимерғәли ҡыҙы, баянсы Дәүләтбаев Рафаэль Шәйхетдин улы, район Мәҙәниәт йорто артистары Илһөйәр Мусина, Маргарита Петрова, Наилә Фазуллина, Эльмира Аҙнашева, музыкаль биҙәүсе Сергей Кузнецов, автобус водителе Илнур Миңлейәров һәм баянсы Юрий Амолькин ҙур ярҙам күрһәтте. Уларға редакция исеменән оло рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ! Кисәлә шулай уҡ район гәзитенә яҙылырға өндәп сығыш яһаусылар ҙа булды. Дәүләтгәрәев Фәрит Мәсәлим улы ауылдаштарын тыуған телдә сыҡҡан гәзиттән айырылмаҫҡа саҡырһа, Ҡорбанғәлиева Резеда Тимерғәли ҡыҙы үҙе ижад иткән бик матур шиғырын уҡып ишеттерҙе. Түбәндә һеҙҙең иғтибарға шул шиғырҙы тәҡдим итәбеҙ.
Яҙылайыҡ гәзиткә!
«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»,-
Тигән бөйөк Аҡмулла.
Гәзитте ҡулыма алһам,
Йәндәремә ял була.
«Районка»ға яҙылайыҡ,
Ашамайса «Милки Вэй».
Кәнфитһеҙ тороп та була,
Яңылыҡһыҙ – никакой!
Нисә центнер иген һуҡҡан
Шәхси эшҡыуар Флүр?
Сапай барып һорап булмай,
«Балҡантау»ҙа ул булыр.
Өләсәйемә 90 йәш,
Шатлыҡ һыймай эсемә.
Матур итеп иғлан бирҙем
«Район»кабыҙ битенә.
https://bash-asilikyl.rbsmi.ru/gallery/y-rasta-podpischik-k-n-/
Читайте нас: