16 октябрҙән Башҡортостан һанлы дәүергә күсте
Һанлы технологиялар хәҙер берәүҙе лә ғәжәпләндермәй, улар беҙҙең көндәлек тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде һәм элекке менән хәҙерге заман араһында һыҙыҡ ҡуя.
Аналог тапшырыуҙары туҡтатылған көндө Ленинск ауылында йәшәүсе З.Р. Минғәлина һанлы телевидениеға күсеү өсөн приставкаларҙы көйләп йөрөүсе ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә.
Эш шунда, Зилә Рифҡәт ҡыҙы күптән түгел генә йәшәү урынын алыштырған һәм күсенеү, яңы торлаҡты тәртипкә килтереү мәшәҡәттәре менән мәшғүл булып һанлы телевидениеға күсеү кисектерелеп торған.
Бөгөн телевидение – яңылыҡтар менән таныштырыусы төп сығанаҡ. Ул ялды күңелле итеп үткәреү мөмкинлеге бирә, шуға телевизор экранында таныш каналдарҙың килеп сыҡмауы өй туйлаусыларҙың кәйефен төшөрә.
Ирекмәндәрҙең иң ҙур төркөмө Башҡортостанда, дүрт меңгә яҡын кеше граждандарҙың льготалы категорияларына һәм өлкән йәштәге кешеләргә һанлы телевидениеға күсергә ярҙам итә.
Был граждандар приставкаларҙы үҙаллы көйләй алмағанлыҡтан, уларға ирекмәндәр ярҙамға килә.
Дәүләкән районында ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Алия Хөснөтдинова бына инде ярты йыл халыҡҡа һанлы телевидениеға күсергә ярҙам итә.
Рассвет ауыл Советының Ленинск ауылы район ретрансляторҙан алыҫта урынлашҡан, әммә яҡындағы Бүздәк районы зонаһына ныҡлы инә.
Шуға урам антеннаһын күрше район яғына бороу һәм артабан ҡабул итеү диапазонын сканерлау телевизорға 20 федераль каналды һанлы сифатта тоторға мөмкинлек бирә. Зилә Рифҡәт ҡыҙы һәм уның яҡындары ҡәнәғәт ҡалды.
Һанлы телевидение хеҙмәттәре күрһәтеү зонаһы, телевизорҙы һәм приставканы көйләү тураһында тулы мәғлүмәтте 8-800-220-20-02 телефоны буйынса тәүлек әйләнәһенә, түләүһеҙ алырға мөмкин.Граждандарҙың айырым категорияларына ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса 8-800-347-00-55 телефонына шылтыратырға.
Аналог сығанаҡтарҙы һүндереүгә ҡарамаҫтан, ирекмәндәр һанлы телевидениеға күсеүҙә ярҙам итеүен дауам итә.
Дәүләкән районында йәшәүселәр 3-06-75 номеры буйынса шылтыратып, ирекмәндәрҙең квалификациялы техник ярҙамына өмөт итә ала. Уларҙың ярҙамы һөҙөмтәһендә кешеләр һанлы телевидениеның тулы хоҡуҡлы абоненттарына әйләнә.