+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2019, 13:52

Иң яҡшы эшсәндәрҙе ҡотланылар

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм аҡсалата премиялар бирелә.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм аҡсалата премиялар бирелә.
Наградаларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусылар Андрей Назаров һәм Илшат Фазрахманов тапшыра.
Илшат Илдус улы әйтеүенсә, ауыл хужалығы үҫешһен, йәштәр ошо тармаҡта эшләргә теләк белдерһен өсөн республикала мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә.
Рафиҡов Әхмәт Әнүәр улы оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланды. Ул Мәләүез районының Салауат исемендәге колхозында һөҙөмтәле эшләй.
«Ауыл хужалығы өлкәһендә 42 йыл хеҙмәт һалам. Бөгөн баш энергетик вазифаһын үтәйем. Беҙҙең хужалыҡ сәскә ата. Һөт етештереү арта, һауымды 20 тоннаға еткерергә тырышабыҙ. 17 мең тонна сөгөлдөр тапшырҙыҡ. Республикала ауыл хужалығының үҫешенә өмөтләнәбеҙ, йәштәр ҙә ылығыр тип өмөтләнәм», - ти ул.
Читайте нас: