+9 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2019, 14:34

Ихтыяр көсө

Ихтыяр көсө йәки Булат ҡылыс – яуҙа, кеше рухы көрәштә сыныға

Кешенең исеме уның холоҡ-фиғеленә һәм киләсәк яҙмышына туранан-тура йоғонто яһай, тиҙәр. Шуға ла ата-әсәләр балаларына мәғәнәле исем бирергә тырыша. Бына Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылынан Айгөл һәм Раил Фәхретдиновтар ҙа, төпсөк улдары тыуғас, сөм-ҡара күҙле кескәй батырға, ҡоростай ныҡлы холоҡло булһын тип, Булат исемен ҡуша. Ата-әсәһе ул ваҡытта ҡылыс көсө һәм ҡорос ныҡлығы уларҙың тормошонда нисек кәрәк буласағы тураһында уйламағандыр ҙа, бәлки.
Аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай, бәлә көтмәгәндә килә. Эҫе йәй уртаһы. Каникул ваҡыты. Булатҡа ун йәш. Дуҫтары уны туп уйнарға саҡыра, ә аралашыусан, бер минут та урынында ултырмаған шат күңелле малайҙы танырлыҡ түгел, унда уйын ҡайғыһы юҡ, арҡаһындағы ауыртыу тынғы бирмәй. Ул көсәйә генә бара. Дауаханаға йөрөүҙәр, тикшерелеүҙәр, анализдар биреү ҙә ярҙам итмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арҡа мейеһе шеше диагнозы бик һуңлап асыҡлана. Булаттың тәүҙә аяҡтары йөрөмәй, артабан ике бөйөрө лә эшләмәй башлай...
Эйе, булат ҡылыс – яуҙа, кеше рухы көрәштә сыныға. Ә тормош – ысын мәғәнәһендә үҙе бер ҙур көрәш майҙаны. Был көн, 2009 йылдың 1 июле, ғаилә тормошон икегә бүлә. Оҙаҡ ваҡыт дауаханаларҙа ятыу, операциялар башлана. Эйе, баш ҡала табиптары малайҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Әммә һәр ваҡыт шат күңелле, йүгереп кенә йөрөгән, өлгөр Булат өйөнә инвалид коляскаһында ҡайта.
Шул ваҡыттан бирле ул икенсе тормош менән йәшәй. Ғүмере туранан-тура гемодиализға бәйле. Бер ваҡыт күршеләргә килгән бәләкәй малай: “Ә ни өсөн уға “Ашығыс ярҙам” машинаһы йыш килә? Ул шунда эшләйме әллә?” – тип һорай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшләй шул. Пациент булып. Диализға көн аралаш, билдәле бер ваҡытҡа барырға кәрәк, һуңға ҡалырға ярамай. Тикшереү үтергә кәрәк, процедура үҙе лә 4,5 сәғәт бара һәм бөтә көстө ала. Шуға ла Булаттың әсәһе гемодиализ алдынан: “Иртәгә, улым, һиңә йәнә эшкә”, – ти.
Гемодиализ (ҡанды таҙартыу) дауаламай, хәлде генә яҡшырта. Булат кеүек пациенттарҙың ғүмере тап ошо диализға бәйле лә инде. Сикләүҙәр ҙә бар: диета тоторға, күпләп дарыу эсергә кәрәк. “Диализ ул, футболдағы кеүек, өҫтәмә ваҡыт. Шулай булғас, йәшәйбеҙ әле!” – ти гемодиализ үҙәге пациенттары.
– Биш йылдан ашыу гемодиализға Өфөгә йөрөнөк, хәҙер Дәүләкәндә үҙәк асылғас, еңелерәк. Юлға күп көс һәм ваҡыт сарыф ителмәй. Яҡын. Әммә иртәгәһе көн өсөн ҡурҡыу һәр ваҡыт бар: көн торошо ниндәй булыр? “Ашығыс ярҙам” машинаһы ваҡытында килерме? Боҙлауыҡ, дауыл булмаҫмы? Хоҙайым, буран ғына сыға күрмәһен... Ошондай борсолоуҙар менән һәр яңы көндө ҡаршылайбыҙ, – ти Айгөл апай.
Әлбиттә, һәр әсә кеүек, улы өсөн барыһын да эшләргә, хатта бөйөрөн дә бирергә әҙер ул. Әммә эш шунда – Булат йөрөй алмай. Ә ундай пациенттарҙың организмы сит бөйөрҙө ҡабул итмәй.
Инде шулай туғыҙ йыл үтеп тә киткән. Ошо ваҡытта Булат дистанцион рәүештә мәктәпте тамамлаған, егеттең аттестатында “дүртле” һәм “бишле” билдәләре генә. Ә былтыр ситтән тороп университетҡа уҡырға ингән. Бөгөн Булат – икенсе курс студенты, буласаҡ бухгалтер-иҡтисадсы.
Ауырыуына ҡарамаҫтан, егет үҙ-үҙенә бикләнмәгән. Ул, элеккесә, шат күңелле, аралашыусан. Дуҫтары күп, яратҡан шөғөлдәре лә бар. Яҡшы уҡыуҙан тыш, һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ, яҡындары әйтеүенсә, тырышһа, бик матур килеп сыға. Өҫтәүенә, йырлай ҙа икән. Клуб мөдире Ләйлә Яҡшымбәтова Булатты вокаль конкурсҡа алып барырға хыяллана.
Егет бирешмәй, ағайҙары ла ҡустыларын ҡурсалап, ярҙамға килергә әҙер тора. Ә төп терәге, әлбиттә, ата-әсәһе. Атаһы, Раил ағай – шофер, йәйен дә, көҙөн дә юлда. Бар ғүмерен, бөтә көсөн улына бағышлаған кеше – әсәһе.
– Ҡайһы саҡ улымдың инвалид коляскаһында икәнен дә онотам, – ти ул. – Улым миңә бөтә эштә лә ярҙам итергә тырыша. Хужалығыбыҙ ҙур, мал-тыуар, йәшелсә-емеш баҡсабыҙ бар. Ирем һәр ваҡыт эштә, оло улдарыбыҙ ситтә йәшәй, бөтә эш Булат менән икебеҙгә ҡала. Картуф ҡаҙырға сығыуымды күреү менән, ул шунда уҡ дуҫтарын ярҙамға саҡырҙы. Үҙе мотороллер арбаһына ятып, үрелеп картуф йыйырға ярҙам итте. Шунан инде уңышты баҡсанан йортҡа ташыны. Бына шундай хәстәрле ул.
Быйыл йәй Булат атаһы менән йөк мотороллерын ҡул менән идара итеүгә көйләгән. Хәҙер уның үҙ транспорты бар. Күрше ауылға дуҫтары янына барып ҡайтырға ла була, креслоһын да үҙе менән ала. Хужалыҡта әсәһенә лә күберәк ярҙам итә. Уның әлегә транспортҡа идара итеү таныҡлығы юҡ, әммә Булат исемле ҡоростай ныҡлы рухлы егеттең ҡуйған маҡсатына мотлаҡ ирешәсәгенә иманым камил...
Читайте нас: