Нимә ул ғаилә? Мәктәп программаһынан иҫләүебеҙсә, «ғаилә - ул йәмғиәттең социаль өлөшө». Әммә был төшөнсә киң мәғәнәне аңлата. Ғаилә – ул балалар. Ғаилә – ул һине көтөп тороусы, аңлаусы, тыңлаусы, яҡлаусы, ауыр минуттарҙа ярҙам ҡулы һуҙыусы әсәй һәм атай. Балаларға ғаилә айырыуса кәрәк, сөнки улар ата-әсә наҙына, һөйөүенә уралып йәшәгәндә генә теүәл, аҡыллы кешеләр булып үҫә.
1985 йылда Ҡоръятмаҫ ауылынан йәш пар Наилә һәм Вәрис, бер-береһен яратышып, сәстәрен-сәскә бәйләй. Шулай итеп, Башҡортостанда йәш Сәхиповтар ғаиләһе барлыҡҡа килә. Йәштәр Рассвет ауылына барып урынлаша, бында уларға торлаҡ һәм эш тәҡдим ителә. Оҙаҡламай ғаиләлә балалар тауышы яңғырай – ике йәш айырмаһы менән ҡыҙҙары Зилә һәм улдары Илшат донъяға килә. Артабан Сәхиповтарҙа төрлө мәшәҡәттәр һәм шатлыҡ-ҡайғылар менән тулы тормош башлана. Наилә менән Вәрис эшкә сума, улдары һәм ҡыҙҙары үҫә: балалар баҡсаһы, мәктәп, һәм артабан үҙаллы тормош. Балаларының бәхетле тормошона ҡыуанып йәшәгән, әле дәрт-дармандары ташып торған Наилә менән Вәрис, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ата-әсәй наҙынан мәхрүм ҡалған балаларға күңел йылылығын бүләк итергә уйлайҙар. Алдан махсус уҡыуҙар үткәндән һуң, Наилә Миңлеафтал ҡыҙы һәм Вәрис Харис улы Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортонан патронат тәрбиәгә балалар ала. Шулай итеп Сәхиповтар ғаиләһенә тағы ла өс бала килеп ҡушыла. Денис, Вадим һәм Илшат Шәйәхмәтовтар улар өсөн үҙ балаларына әйләнә һәм һағынып иҫкә алырлыҡ ата-әсә хәстәрен ҡайтара. Сәхиповтар ғаиләһе яңынан йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайта...
Йылдар үҙ яйы менән үтә тора. Малайҙарҙың олоһо Денис 9 класты тамамлап, Өфө йылға училищеһында белем алғандан һуң, яҙын Совет Армияһы сафына саҡырыла һәм әлеге ваҡытта Мәскәү янында хеҙмәт итә. Уртансыһы Вадим бөгөн Өфө автотранспорт колледжының өсөнсө курс студенты, кескәйҙәре Илшат быйыл Өфө полиграфия техникумына уҡырға ингән. Ағымдағы йыл башында Наиләнең Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәгән ике туған ҡустыһы бәләгә тарый. Уның ҡыҙы Алина Дәүләкәндәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютҡа эләгә. Наиләнең изге күңеле яңғыҙы ҡалған был бәләкәйҙең дә ҡайғыһынан ситтә ҡалмай. Шулай итеп Сәхиповтар ғаиләһенә 12 йәшлек Алина ла килеп эләгә.
Наилә һәм Вәристең ҡаһарманлыҡ билдәһе булып «Башҡортостан башҡалаһының иң яҡшы алыштырыусы ғаиләһе-2010» конкурсының дипломы тора, улар унда «Иң яҡшы патронат ғаилә» номинацияһы призер булған. Шулай уҡ республика кимәлендәге бер нисә рәхмәт хаты һәм грамоталар ҙа бар. Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә уларҙы ыңғай баһалай.
Юлдарында Наилә һәм Вәрис Сәхиповтар осрамаһа, был балаларҙың яҙмышы ниндәй булыр ине икән? Ғаилә хәҙерге еңел булмаған ваҡытта үҙ балаларын ғына тәрбиәләп үҫтереп ҡалмаған, ғаилә усағының йылыһына мохтаж булған сит балаларға ла тулы ғаилә шатлығын бүләк итә алған. Уларға ысын атай-әсәй була алыуҙары – Сәхиповтарҙың төп ҡаҙанышы.
Был ғаиләнең изгелеге Рассвет ауылында йәшәгән бер нисә ғаиләгә өлгө була. Улар ҙа үҙ сиратында ата-әсәһеҙ ҡалған бер нисә баланы патронат тәрбиәгә ала.
Малайҙар Денис, Вадим һәм Илшат үҫкән, үҙ һөнәрҙәрен һайлаған, арттарынан Алина ла буй еткереп килә. Ата-әсәләренең күңел йылылығын, иғтибарын һәм һөйөүен тойоп үҫкән балалар тиҙҙән үҙ ғаиләләрен ҡорор, уны ҡәҙерләп һаҡлар, кеше тормошонда ғаилә иң мөһим икәнен бер ҡасан да онотмаҫ.
Ял көндәрендә иһә Сәхиповтарҙың йорто шау-гөр килеп тора! Тәүге балалары Зилә менән Илшат уларға биш ейән бүләк иткән. Өфөнән студенттар Вадим менән Илшат ҡайтҡан саҡта йорттары шатлыҡ ауаздарына күмелә. Наилә Миңлеафтал ҡыҙы аш-һыу бүлмәһендә ҡайнай, малайҙар мунса яға, Алина кескәйҙәр менән уйнай, ә кистәрен бөтә ғаилә ҙур өҫтәл янына йыйыла. Улар күмәкләшеп әсәләре бешергән тәмлекәстәрҙән ауыҙ итә һәм тормоштарында аҙна дауамында булған яңылыҡтары менән уртаҡлаша.